Әсәй! Күпме һөйөү, көс, тылсым һыйған был һүҙгә. Әсәй – ул һәр кемдең тормошондағы иң мөһим кеше. Әле был һүҙҙең мәғәнәһен аңлап еткермәгән сабый бала “Әсәй”, – ти. Инде һүҙҙең мәғәнәһенә төшөнөп еткән, әммә әсә һөйөүенең бар тәрәнлеген аңлап етмәгән үҫмер: “Ярай инде, әсәй!” – тип ҡуя. Бары тик өлгөрөп еткәс кенә, беҙгә Ер йөҙөндә иң ҡәҙерле нәмә – ғүмер бүләк иткән кешебеҙгә оло һөйөү һәм ҙур мәғәнә менән “Әсәкәйем”, – тиеп өндәшәбеҙ. Тәүге һулыш, тәүге аҙымдар, тормоштағы тәүге һынау-ҙар – барыһы ла әсәйҙәрҙең күҙ алдында һәм күңеле аша үтә. Әсәй һабаҡтары тормошта иң мөһиме булып ҡала, уның һөйөүе ғүмер буйына һаҡлап йөрөтә.
Әсәй! Һинең менән үткән һәр көн минең өсөн Әсәйҙәр көнө. Һин беҙгә аҡыллы кәңәштәреңде бирәһең, һөйөү-наҙыңды бүләк итәһең. Һине был тормошҡа тик ышаныс менән ҡарауың беҙгә лә көс өҫтәй, йылылыҡ бирә, донъя-быҙҙы йәмләй.
Ҡәҙерлем минең! Барыһы өсөн рәхмәт һиңә. Артабан да шулай һөйөндөрөп, оҙон-оҙаҡ ғүмер ит. Бәлә-ҡазалар һине ситләп үтһен, һинең алтындарҙан-алтын йөрәгеңде һағыш борсомаһын. Байрамың менән, әсәкәйем!
Оло һөйөү менән ҡыҙың.