Мәсетле тормошо
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
29 Ноябрь 2020, 12:00

Ҡотлайбыҙ!

Илебеҙҙең барлыҡ әсәйҙәрен ҙурлап ҡотлаған был яҡты һәм күркәм көндә беҙ ҙә Ер йөҙөндәге иң яҡшы, иң матур, һөйкөмлө һәм дан әсәй – КЛАРА МИНДИХӘТ ҡыҙы ДИСТАНОВАны Әсәйҙәр көнө менән ҡотлайбыҙ.

Беҙ һинең менән бик бәхетле, әсәй. Алдыңда ҙур хөрмәт менән баш эйәбеҙ. Беҙҙе лайыҡлы кешеләр итеп тәрбиәләгәнең, сабырлығың һәм ярҙамың өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Беҙ һинең үҙең менән, һинең ҡаҙаныштарың менән, тормошҡа ышаныслы ҡарауың менән, йәмғиәттә әүҙем тормош алып барыуың менән сикһеҙ ғорурланабыҙ.
Күҙҙәреңдә шаян нурҙар һүнмәһен, ә күңелең һәр ваҡыт тыныс булһын, уңыштар һине ташламаһын һәм барлыҡ хыялдарың тормошҡа ашһын. Беҙҙең тыуып үҫкән өйөбөҙгә тик яҡшы хәбәрҙәр генә килеп торһон. Беҙ – балаларың, ейәндәрең, бүләләрең, туғандарың һәм дуҫтарың – һин йәмләгән өйөбөҙҙә йыйылырға яратабыҙ. Рәхмәт һиңә, әсәйебеҙ, барыһы өсөн дә!
Улың Илдар, ҡыҙҙарың Эльвира һәм Эльза.