Ҡотлайбыҙ!
13 Ноября 2020, 07:35

Ҡотлайбыҙ!

Беҙҙең өсөн олуғ, аҡыллы, матур, донъя йәме һәм беҙгә атай урынына ҡалған ағайыбыҙ ӘНИС ХАЖИ улы НИҒӘМӘТЙӘНОВты оло юбилейы менән тәбрикләйбеҙ.

80 йыл элек Теләш ауылында донъяға килгән ағайыбыҙ аҡыл һәм ҡул хеҙмәтен бөтөн итеп, намыҫлы, талантлы, туған йәнле булып үҫә. Тормошонда бейек үрҙәргә үрләй, ысын атай-олатай, ышаныслы ғаилә башлығы – еңгәбеҙҙең тоғро тормош юлдашы булып гөрләтеп донъя көтә. Ауылы, районы, республикаһы өсөн янып йәшәп өйрәнгән ағайыбыҙ әле лә тынғы белмәй ауылдаштары рәхмәтенә ҡойоноп, һәр ҡылған изге эшенән йәм табып йәшәй бирә. Халҡы телен, моңон, рухын һаҡлауҙа үрнәк булып тора ул. Хеҙмәте иленә мәслихәт, ә үҙ биленә ебәк билбау – ҡыуаныс булып ҡайта. Бихисап маҡтау билдәләре ошо хаҡта һөйләй ҙә инде.
Йәшәү шатлығы һин беҙҙең өсөн,
Яҡшылығың менән үрнәк һин.
Ауыр саҡта һиңә таянабыҙ,
Беҙҙең өсөн һәр саҡ кәрәк һин.
Һине, ағай, беҙ яратабыҙ,
Туғандарың йөрөй килгеләп.
Һау-сәләмәт булып туҡһанды ла
Үткәрергә яҙһын бергәләп.
Әйтә һымаҡ Хоҙай: “Ишетегеҙ!
Мин таҙартам юлды туҙандан.
Йә, әйтегеҙ бармы кеше
Яҡыныраҡ булған туғандан!?”
Иң изге теләктәр менән барлыҡ туғандарың исеменән һеңлеләрең Резеда һәм Сәриә.