Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
13 Ноябрь 2020, 11:50

Ҡотлайбыҙ!

Теләш ауылында тыуып үҫеп, Ҡорғат ауылында ғүмер иткән ҡәҙерле һеңлем, апайыбыҙ, әбейебеҙ ФӘРХӘНӘ ЙОСОП ҡыҙы ДӘҮЛӘТШИНАны (ШАКИРОВА), хөрмәтле ҡоҙабыҙ ӘНИС ХАЖИ улы НИҒӘМӘТЙӘНОВты 80 йәшлек юбилейлы байрам көндәре менән ҡотлайбыҙ.

Хоҙай сәләмәтлектән, бәхеттән, күңел тыныслығынан айырмаһын. Бәхетле ҡартлыҡ теләйбеҙ.
Әй, туғандар, һеҙҙең менән
Күтәрелә күңелдәр.
Һеҙҙең менән бергә үтһен
Беҙҙең ҡалған ғүмерҙәр!
Иң изге теләктәр менән Сәлим ағайың, Сәғиҙә һеңлең, Филарис ҡустың һәм беҙҙең ғаиләләр.