Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
10 Ноябрь 2020, 11:25

Хөрмәтле эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары!

Һөнәри байрамығыҙ уңайынан ысын күңелдән ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!

Енәйәтселеккә ҡаршы көрәштә, кеше намыҫы һәм бәҫе һағында һеҙҙең иң яҡшы сифаттарығыҙ асыла – көс һәм изгелек, ҡыйыулыҡ һәм үҙ-үҙеңде фиҙа ҡылыу. Һеҙ йәмәғәт хәүефһеҙлеге һәм хоҡуҡ тәртибен нығытыуға тос өлөш индерәһегеҙ. Намыҫлы хеҙмәтегеҙ, һайлаған һөнәрегеҙгә тоғро ҡалыуығыҙ, законға хеҙмәт итеүегеҙ һәм именлекте яҡлауығыҙ өсөн ихлас рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ.
Эске эштәр органдары ветерандары айырыуса ихтирамға һәм рәхмәт һүҙҙәренә лайыҡ. Һеҙ әле лә сафта һәм шәхси сифаттарығыҙ, бай тәжрибәгеҙ һәр саҡ кәрәк булып, яңы быуынды тәрбиәләргә ярҙам итә.
Хөрмәтле коллегалар, дуҫтар! Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ, бәхет, именлек, аяҙ көндәр һәм Ватанға хеҙмәт итеүҙә уңыштар теләйбеҙ!
Иң изге теләктәр менән Мәсетле районы
эске эштәр органдары ветерандары советы.