Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
6 Ноябрь 2020, 15:00

Ҡотлайбыҙ!

Ҡәҙерле һәм ышаныслы дуҫ, изге күңелле һәм оло йөрәкле кеше НИКОЛАЙ МИХАЙЛОВИЧ ПЕРЕВЫШИНды юбилейы менән ҡотлайбыҙ.

Тыуған көн – ул дуҫтарҙан ихлас ҡотлауҙар ҡабул итә торған көн. 70 йәш – ул йылдар һаны ғына түгел, ә ҙур тәжрибә, хөрмәт, ҡаҙаныштар. Һиңә яратҡан ҡатының менән донъя именлегендә бәхеткә төрөнөп, балаларың һәм ейәндәреңдең хәстәрендә, шатлыҡ-ҡыуаныстарында йәшәүеңде теләйбеҙ. Тәнеңә – сәләмәтлек, күңелеңә – йәшлек, күҙҙәреңдә нур уйнаһын. Юбилейың ҡотло булһын!
Хөрмәт һәм яратыу менән Заплатиндар, Ушаковтар,
Чебыкиндар һәм Н. М. Крючкова.