Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
6 Ноябрь 2020, 14:00

Ҡотлайбыҙ!

Яңы Мөслим ауылында тыуып-үҫкән ҡыҙыбыҙ, туғаныбыҙ ГӨЛНАЗ РӘМИЛ ҡыҙы ӘФҒӘЛИМОВАны күркәм байрамы – 45 йәше тулыу көнө менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ.

Ныҡлы һаулыҡ, тормошонда уңыштар һәм бары тик яҡшылыҡ теләйбеҙ. Ҡуйған маҡсаттарыңа ныҡлы баҫып, туғандарың һәм яҡындарың ярҙамында алға бар. Бәхетле, яратҡан әсәй һәм ҡатын булып ҡал. Теләктәрең, уй-ғәмәлең тормошҡа ашып, өмөттәрең аҡланһын. Тормошто яратыусан, һәр саҡ яҡшы кәйефле, уңышлы һәм ҡабатланмаҫ, берҙән-бер бул.
Йәшә һин мәңгелек гөл булып,
Бәхеткә-шатлыҡҡа күмелеп.
Һәр ваҡыт йылмайып һәм көлөп,
Ҡәҙергә, хөрмәткә төрөнөп.
Йортоңа ҡайғылар килмәһен,
Гөрләп торһон һәр саҡ өй түрең.
Шаулап үҫһен сәскә-гөлөң,
Йәмләндереп һинең ғүмерең!
Иң яҡшы теләктәр менән атаһы, әсәһе,
Оморҙаҡовтар ғаиләләре.