Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
6 Ноябрь 2020, 13:00

Ҡотлайбыҙ!

Яратҡан ҡатыным, әсәй-өләсәйебеҙ, туғаныбыҙ, ҡоҙағыйыбыҙ МӘҮЛИЗӘ ЛӘБИП ҡыҙы ХАНОВАны 65 йәшлек юбилейы менән ҡотлайбыҙ.

Ысын күңелдән ныҡлы һаулыҡ, күңел тыныслығы, донъя именлеге, туғандарыңдың һәм яҡындарыңдың хәстәрлегендә йәшәүеңде теләйбеҙ. Бәхет-шатлыҡ, йәшәү дәрте, уңыштар юлдаш булһын.
Ғүмерҙе бит йылдар билдәләмәй,
Йәшәү дәрте булһын күңелдә.
Беҙ теләйбеҙ сәләмәтлек, бәхет
Юлдаш булһын һиңә ғүмергә!
Һин беҙҙең өсөн иң яҡшыһы. Һине беҙ бик ныҡ яратабыҙ.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәше, балалары,
ейәндәре, туғандары, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙары.