Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
6 Ноябрь 2020, 12:00

Ҡотлайбыҙ!

Тайыш ауылында йәшәүсе беҙҙең иң ҡәҙерле кешебеҙ – әсәй-өләсәйебеҙ, ҡарт әсәйебеҙ РАЗИЯ МИНДИЯР ҡыҙы КАШАПОВА матур юбилейын билдәләй – 85 йәше тула.

Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, әсәйебеҙ ауылда матур итеп бер үҙе донъя көтә, баҡса үҫтерә, өйө ҡунаҡ йорто кеүек һәр ваҡыт таҙа, тәҙрә төбөн матур гөлдәр биҙәй. Әсәйебеҙ ауылда хөрмәтле ағинәйҙәрҙең береһе. Ул бер үҙе йәшәһә лә, беҙ әсәйебеҙҙе онотмай, һәр ваҡыт янына ашҡынып ҡайтабыҙ. Ҡәҙерле әсәйебеҙгә ныҡлы һаулыҡ, күңел тыныслығы, бәхетле ҡартлыҡ теләйбеҙ, оло рәхмәтебеҙҙе әйтеп баш эйәбеҙ.
Әсәй, тиеп әйтер кешебеҙ булған өсөн
Рәхмәтлебеҙ ошо яҙмышҡа.
Беҙҙе ҡыуандырып оҙаҡ йәшә, әсәй,
Лайыҡлы бит һин ошо бәхеткә!
Иң матур теләктәр менән барлыҡ балалары,
ейән-ейәнсәрҙәре һәм бүлә-бүләсәрҙәре.