Был байрам Рәсәй төбәгендә йәшәгән, уртаҡ тарихи үткәне һәм киләсәге булған, төрлө милләтле һәм ҡарашлы граждандарҙың милли идея берҙәмлеген һәм йәмғиәттең берләшеүен символлаштыра.
Бөгөн илебеҙ коронавирус инфекцияһы менән бәйле еңел булмаған ваҡыт кисерә, шуға ла беҙгә берҙәмлекте һаҡлау мөһим.
Тарихи тәжрибә шуны күрһәтә, тик берҙәмлек кенә бөтә ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға ярҙам итә. Беҙҙең ил бик күп һынауҙар аша үтте, уның еңеп сығыуы дәүләтебеҙҙең төп таянысы, тыуған иленә һәм халҡына оло һөйөүе булған берҙәм халҡынан тора.
Хөрмәтле мәсетлеләр! Һеҙҙең яуаплы гражданлыҡ позицияғыҙ, инициативалы һәм йүнсел булыуығыҙ, ә иң мөһиме, эштәрегеҙҙең һәм уйҙарығыҙҙың ысын берҙәмлеге – районыбыҙҙың алға барыуының ышаныслы нигеҙе. Был байрам көнө бөтәбеҙ өсөн дә ҙур дәүләттең берҙәм халҡы икәнен аңлау көнө булһын ине. Халыҡтар берҙәмлеге көнө изгелек, киң күңеллелек һәм хәстәрлек байрамы булһын! Ошо байрам көнөндә ысын күңелдән һеҙгә һаулыҡ, бәхет, татыулыҡ һәм именлек теләйбеҙ.
Район Советы һәм хакимиәте.