Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
3 Ноябрь 2020, 13:30

Ҡотлайбыҙ!

2 ноябрҙә Тәкә ауылында йәшәүсе беҙҙең иң ҡәҙерле кешебеҙ – тормош иптәшем, инәйебеҙ ФӘҒИЛӘ СӘРҮӘР ҡыҙы ҒӘЛЛӘМОВА 55 йәшлек юбилейын билдәләй.

Беҙҙең яҡыныбыҙ сабыр холоҡло, мәрхәмәтле, ярҙамсыл, уңған ҡатын, хәстәрлекле әсәй, ҡунаҡсыл, йомарт хужабикә. Яратҡан тормош иптәшемде, әсәйебеҙҙе юбилейлы тыуған көнө менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ һәм донъялағы иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Яҡты, ал таңдар, зәңгәр күк һинең күңелеңде һәр саҡ яҡтыртып, балҡытып торһон, һиңә ныҡлы сәләмәтлек, күңел тыныслығы, сикһеҙ бәхеттәр, эшеңдә уңыштар, яҡшы күтәренке кәйеф теләйбеҙ. Ҡәҙерлебеҙ, һинең төплө кәңәшең, йылы һүҙең, нурлы йөҙөң беҙҙең күңелдәр-ҙе күтәрә. Атайыбыҙ Нәҡиф Хисам улы менән беҙҙе, ике баланы, тәрбиәләп үҫтергәнегеҙ өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт.
Ҡотло булһын, әсәй, тыуған көнөң
Нурҙар сәсһен һәр саҡ йөҙҙәрең.
Ҡайғы-хәсрәт күрмә, шатлыҡ менән
Үтһен һинең ғүмер юлдарың.
Һинән килгән яҡтылыҡтан
Нур сәселә тирә-йүнгә.
Бәхетле ғүмер кисереп,
Йәшәйек шулай бергә-бергә!
Изге теләктәр менән тормош иптәше Нәҡиф, ҡыҙы Алина, улы Айнур.