Әләгәҙ ауылында “Берҙәм Рәсәй” Бөтә Рәсәй сәйәси партияһының “Заманса ҡала мөхите булдырыу” федераль программаһы буйынса төҙөкләндерелгән мәҙәниәт һәм ял паркы тантаналы асылды.
Проект буйынса бында юл һәм тротуарға асфальт түшәлде, резина япмалы балалар майҙансығы ҡуйылды, видеокүҙәтеү булдырылды, эскәмйә, сүп һауыттары, тренажерҙар менән спорт майҙансығы ҡуйылды, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яҡташ яугирҙарға бағышланған һәйкәл төҙөкләндерелде, ҡоймаһы алмаштырылды һәм ремонтланды. Парк территорияһы төнөн яҡтыртыла. Төҙөлөш эштәрен районыбыҙҙың “Тепловик” йәмғиәте башҡарҙы.
Паркты асыу тантанаһында Башҡортостан Республикаһының Ветеринария идаралығы начальнигы, Башҡорт-остан Республикаһының баш дәүләт ветеринария инспекторы Азат Йыһаншин, район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Әнис Әсәҙуллин, район Советы секретары Альберт Сәғҙәтов, район хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм йәшәйеште тәьмин итеү буйынса урынбаҫары Азамат Ҡәләмов, Әләгәҙ ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Тәлғәт Вәлитов, “Тепловик” йәмғиәте директоры Алмаз Хәйретдинов ҡатнаштылар.
“Хәҙер парк халыҡ күңеленә хуш килер. Бында парк территорияһы яҡтыртылды, тротуар эшләнде һәм балалар майҙансығы ҡуйылды. Объектта бар эштәр ҙә план буйынса һәм ваҡытында баш-ҡарылды. Хәҙер парк бар ауыл халҡы өсөн матур ял урыны булып китеренә һис шик юҡ. Бында күркәм һәм уңайлы, заманса балалар комплекстарына кескәйҙәр бик шатланыр”, – тине Әнис Әсәҙуллин.
Азат Салауат улы Йыһаншин әләгәҙҙәрҙе Республика көнө менән һәм парк асылыуы уңайынан ҡотланы. Үҙ сығышында ул республикабыҙ ауылдарын төҙөкләндереүҙең мөһимлеген билдәләне.
Тантаналы саранан һуң ҡунаҡтарға экскурсия уҙғарылды. Уйын майҙансығында балалар шиғыр һөйләне. Спорт майҙансығы ла үҙ хужаларын тапҡан инде – йәш спортсылар футбол уйнаны. Сарала ҡатнашыусылар Билдәһеҙ һалдат һәйкәленә венок һәм сәскәләр һалды, бер минутлыҡ тынлыҡ менән мәрхүм яугир-ҙарҙы иҫкә алды. Сара ра- йон Мәҙәниәт һарайы һәм Әләгәҙ клубы хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән концерт менән дауам итте.