Беҙҙең тыуған Башҡортостаныбыҙ үҙенең иң мөһим дәүләт байрамын билдәләй. Күп йыллыҡ һәм сағыу ваҡиғаларға бай беҙҙең тыуған яғыбыҙҙың тарих биттәре матур йолаларға, иҫтәлекле даталарға һәм данлы юбилейҙарға бай. Унда бөгөнгө эштәр, йәмғиәттә үткән үҙгәрештәрҙең тарихи киңлектәре сағыла.
Республикала һәм районда булған ыңғай күренештәрҙе күрмәү мөмкин түгел. Мәҙәниәт, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, социаль һәм милли сәйәсәт өлкәһендә, ауылдарҙы төҙөкләндереү буйынса күп эштәр башҡарылды. Йылдан-йыл мәктәп, балалар баҡсаларының матди-техник базаһы яҡшыра, медицина учреждениелары яңы ҡорамалдар менән тулылана. Районда, бөтә республикалағы кеүек, хеҙмәт менән тулы тотороҡло тормош гөрләй.
Бөгөнгө Башҡортостан – беҙҙең халыҡтың көсөргәнешле һәм илһамлы хеҙмәте, идеяларҙың, пландарҙың һәм уйҙарҙың тормошҡа ашыуы һөҙөмтәһе. Шуға ла Республика көнө – күп милләтле Башҡортостандың дөйөм халыҡ байрамы.
Ошо матур көндә һәр ҡайһығыҙға ныҡлы һаулыҡ һәм именлек, ҡуйған маҡсаттарығыҙға ирешеүегеҙҙе, районыбыҙҙың һәм Башҡортостан Республикаһының ышаныслы үҫешенә килтергән эштәрегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ!
Мәсетле районы муниципаль районы
Советы һәм хакимиәте.