Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
1 Сентябрь 2020, 11:20

Хөрмәтле райондаштар! Ҡәҙерле уҡыусылар, ата-әсәләр һәм уҡытыусылар!

Һеҙҙе яңы уҡыу йылының башланыуы һәм Белем көнө менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!

Был байрам – йылдың иң тантаналы һәм тулҡынландырғыс байрамдарының береһе. Ошо яңы асыштар һәм мөмкинселектәр донъяһына ишек асҡан көн һәр быуын өсөн дә ҡәҙерле. Уның тураһында яҡты хәтирәләр беҙҙе ғүмер буйы оҙатып бара, изге эштәргә этәргес көс бирә, ауыр минуттарҙа ярҙам итә.
Беҙ, тәү сиратта, мәктәпкә беренсе тапҡыр аяҡ баҫыусы, белем донъяһы ишеген тәү башлап асыусы беренсе класс уҡыусыларын ҡотлайбыҙ. Был көндө улар өсөн яңы үрҙәргә әйләп, яуаплы һәм етди һынауҙар көткән дәрескә саҡырып тәүге ҡыңғырау сыңлай. Ә сығарылыш класс уҡыусылары өсөн инде ҡатмарлы йыл башлана, сөнки уларға артабанғы тормош юлын билдәләргә, һөнәр һайларға кәрәк.
Уҡытыусыларға – һөнәри уңыштар, тәүфиҡлы һәм тырыш уҡыусылар, уҡыусыларға – тырышып уҡыуҙарын, ҡуйған маҡсаттарына ирешеүҙәрен, тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшеүҙәрен, ата-әсәләргә түҙемлек, балаларының уңыштарына һәм еңеүҙәренә ҡыуанып йәшәүҙәрен теләйбеҙ.
Быйыл белем биреү усаҡтарында 2725 бала белем аласаҡ, шуларҙың 278-е – беренсе, 264-е – туғыҙынсы, 90-ы – ун беренсе класс уҡыусылары.
Яңы уҡыу йылында белем биреү процесы “Роспотребнадзор”ҙың ҡәтғи талаптарын үтәү менән бергә алып барыласаҡ. Улар коронавирус инфекцияһының таралыуына юл ҡуймауға йүнәлтелгән. Күп сикләүҙәр булыуына ҡарамаҫтан, быйылғы уҡыу йылының ҡыҙыҡлы ваҡиғаларға һәм ижади эҙләнеүҙәргә бай, мәктәп тормошоноң йөкмәткеле булыуын теләйбеҙ.
Яңы уҡыу йылы шатлыҡ-ҡыуаныс-тар ғына алып килһен. Барығыҙға ла илһам һәм ижади эш, белем үрҙәренә артылғанда сабырлыҡ һәм ныҡышмалылыҡ, ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм бәхет теләйбеҙ!
Район Советы һәм хакимиәте.