Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
28 Август 2020, 13:45

Һынауҙарҙы лайыҡлы үттеләр

Мәсетле районында коронавирус менән ауырыу пигы үтте. Оло Ыҡтамаҡ ауылындағы провизор госпитале ябылды, ләкин кәрәк булғанда уның эшен ҡыҫҡа ваҡыт эсендә тергеҙеү өсөн матди-техник база һаҡлана.

Яңы вирус табиптар һәм медицина персоналы өсөн ҙур һынау булды. Беҙ уны лайыҡлы үттек, тип иҫәпләйем.
Үҙемдең һәм Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһы етәкселеге исеменән бөтә коллегаларыма коронавирустың таралыуына ҡаршы көрәштә оператив булғандары һәм яҡшы һөҙөмтәләргә ирешкәндәре өсөн рәхмәт белдерәм. Бигерәк тә госпиталдә, “Ҡыҙыл зона”ла, шулай уҡ кадрҙар дефициты шарттарында башҡа структура бүлектәрендә эшләгәндәрҙе билдәләп үтке килә.
Медицина ярҙамын күрһәтеүҙәге кимәлегеҙ һеҙҙе заманса медицинаның иң юғары талаптарына яуап биреүсе, яңыларын тиҙ отоп алыусы, һөнәри белемегеҙҙе камиллаштырыу юлында туҡтамай алға барырға әҙер булыусы белгестәр итеп күрһәтте. Шулай уҡ дауаханаға матди ярҙам күрһәткән район хакимиәтенә, дини ойошмаларға һәм эшҡыуарҙарға рәхмәтлемен.
Хеҙмәт иткән изге эшегеҙ һеҙгә сағыу тәьҫораттар, ҡыуаныстар ғына алып кил-һен! Һеҙгә һәм ғаиләләрегеҙгә именлек, рух ныҡлығы, муллыҡ теләйем, тормошоғоҙҙа илһам һәм уңыш юлдаш бул-һын!
Баш табип Булат СӘЙЕТОВ.