Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
31 Июль 2020, 11:00

Хөрмәтле Мәсетле районы мосолмандары!

Һеҙҙе мосолмандарҙың иң оло байрамдарының береһе – Ҡорбан ғәйете менән ихлас ҡотлайбыҙ!

Изге урындарға хаж ҡылыу-ҙың тамамланыуын аңлатҡан был байрам тәрән әхлаҡи мәғәнәгә эйә, тыныслыҡты, ниәттәрҙең сафлығын, яҡындарыбыҙ хаҡында хәстәрлекте сағылдыра, рухи камиллашыу һәм изге ғәмәлдәр ҡылыу осоро булып тора.
Мәсетле районында конфессия-ара тыныслыҡ һәм йәмәғәт татыулығы һаҡлап ҡалына. Мосолман өммәтенең ғаилә ҡиммәттәрен нығытыуҙа, йәштәргә әхлаҡи тәрбиә биреүҙә, хәйриәлеккә һәм мәҙәни-ағартыу проекттарын үҫтереүҙә әүҙем ҡатнашыуыбыҙға булышлыҡ итә.
Ошо изге байрам һәр йортҡа тыныслыҡ, ҡот һәм муллыҡ килтерһен. Һеҙгә һаулыҡ, именлек һәм изгелектәр теләйбеҙ!
Ҡорбан ғәйете мөбәрәк булһын!
Район Советы һәм хакимиәте.