Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
1 Май 2020, 11:00

Ҡәҙерле мәсетлеләр!

Һеҙҙе Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы менән ҡотлайбыҙ!

Беренсе май ғәҙәтенсә үҙе менән ысынлап та яҙ кәйефе алып килә. Был сағыу байрам менән беҙ яҡшы үҙгәрештәргә өмөттәребеҙҙе, тыныс, бәхетле һәм тотороҡло тормошҡа ышанысыбыҙҙы бәйләйбеҙ.
Мәсетлеләр тик әүҙем, ижади, шатлыҡлы хеҙмәт кенә тормошто ысын мәғәнә менән тулыландырыуын, балаларҙың бәхетле киләсәген һәм ата-әсәләрҙең тыныс ҡартлығын гарантиялауын аңлап, һәр ваҡыт дөйөм маҡсатҡа ирешеү өсөн көстәрҙе берләштереп берҙәм, фиҙаҡәр хеҙмәт итә белде.
Мәсетле районын хеҙмәте, таланты һәм һөнәри оҫталығы менән данлағандарҙы бөгөн беҙ айырым рәхмәт һүҙҙәре менән ҙурлап ҡотлайбыҙ! Ундай белгестәр һәр өлкәлә бихисап, уларҙың район үҫешенә индергән өлөштәрен беҙ хаҡлы наградалары һәм исемдәр, дөйөм ихтирам һәм хөрмәт менән билдәләйбеҙ.
Ветерандарға һәм хеҙмәт биографияһын яңы ғына башлап тороусыларға, батыр хеҙмәт иткән һәм бөгөн бөтөн көсөн һәм һәләттәрен тыуған ере мәнфәғәтенә йүнәлткәндәрҙең барыһына ла рәхмәт!
Бөгөн дә һәр ҡайһыбыҙҙың хеҙмәте талап ителһен һәм лайыҡлы баһаланһын, ул тик шатлыҡ һәм ҡәнәғәтлек килтерһен. Ошо яҙғы көндәр яңы дәрт һәм оптимизм өҫтәһен, ыңғай үҙгәрештәрҙең башланғысы булһын!
Ысын күңелдән һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, бәхет, тыныслыҡ һәм яҙғы кәйеф теләйбеҙ!
Мәсетле районы Советы һәм хакимиәте.