Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
8 Март 2020, 11:00

Ҡәҙерле ҡатын-ҡыҙҙар!

Һеҙҙе Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө – 8 Март менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Ҡатын-ҡыҙҙың һоҡланғыс тәғәйенләнеше – ул һөйөү һәм һөйөлөү, яңы ғүмер шатлығы бүләк итеү, ғаилә усағын һаҡлау. Һеҙҙең хәстәрлек беҙҙе йылыта һәм яҡлай, ышаныс бирә, көс һәм ҡаһарманлыҡ бүләк итә. Беҙҙә булған бөтөн яҡшылыҡ ул һеҙҙән– йомшаҡ, аңларға һәләтле, тәрән аҡыллы ҡатын-ҡыҙҙан. Юғары һөйөү тойғоһон һаҡлап, алдығыҙҙа хөрмәт менән баш эйәбеҙ. Һеҙҙең аңлай, ярҙам итә һәм кисерә белеүегеҙҙе баһалайбыҙ.
Һеҙҙең ҡулдан килмәгән эш юҡ. Хәҙерге заман йәм- ғиәтендә ҡатын-ҡыҙҙың роле ни тиклем мөһим һәм ҙур икәнлеген, ҡатын-ҡыҙҙың йәмғиәттәге лайыҡлы урыны уның уңышлылыҡ күрһәткесе булып тороуын яҡшыраҡ аңлай барабыҙ.
Ҡәҙерле ҡатын-ҡыҙҙар, хеҙмәтегеҙ, бөтә ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан тормошҡа шатлана, яҡындарығыҙға ышаныс, йылы һәм өмөт бүләк итә белеүегеҙ өсөн ихлас рәхмәт һүҙҙәрен ҡабул итегеҙ. Ошо яҙғы байрам көнөндә бар күңелдән һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, бәхет, ғаиләгеҙҙә мөхәббәт һәм татыулыҡ, барлыҡ тормош пландарығыҙҙың тормошҡа ашыуын теләйбеҙ!