Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
23 Февраль 2020, 11:00

Хөрмәтле Мәсетле районы халҡы!

Рәсәй Ҡораллы Көстәре ветерандары һәм хеҙмәткәрҙәре! Һеҙҙе Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!

Был беҙҙең уртаҡ байрам. Уны сәстәре салланған ветерандар ҙа, хәҙерге заман профессиональ хәрбиҙәр ҙә, иртәгә һалдат сафына баҫасаҡ йәштәр ҙә билдәләй.
Бөгөн тыуған ерен, уның мәнфәғәттәрен һаҡлауҙы үҙ бурысы тип иҫәпләгән, тормошо һәм эше бер маҡсатҡа – бөйөк тыуған илебеҙҙең именлегенә һәм сәскә атыуына буйһондоролған һәр кем Ватан һаҡсыһы булып иҫәпләнә.
Беҙ Бөйөк Ватан һуғышы һәм локаль конфликттар ветерандарына, Ҡораллы Көстәр ветерандарына, запастағы рядовойҙарға һәм офицерҙарға, илебеҙҙең оборона һәләтен нығытып, хатта ошо көндә лә үҙенең хәрби бурысын үтәгәндәргә – барыһына ла рәхмәт белдерәбеҙ. Хәрби хеҙмәткәр-ҙәрҙең бар ауырлыҡтарын уртаҡлашҡан һәм уларҙың ышаныслы тылы булған туғандары һәм яҡындарына айырым бер хис-тойғолар менән ихтирам күрһәтәбеҙ.
Был иҫ киткес матур байрамда һеҙгә тыныслыҡ һәм именлек, эшегеҙҙә һәм яугир хеҙмәтегеҙҙә ҙур уңыштар, бәхет, һаулыҡ, бөтмәҫ көс-дәрт һәм оптимизм теләйбеҙ!
Район Советы һәм хакимиәте.
* * *
Хөрмәтле Ватан һаҡсылары!
23 февралдә беҙ традиция буйынса иң мөһим, календарҙа йөрәгебеҙгә иң ҡәҙерле байрамдарҙың береһе – Ватанды һаҡлаусылар көнөн билдәләйбеҙ. Ватан һаҡсылары көнө – ул ҡаһарманлыҡ һәм патриотизм символы.
Беҙҙең тормошта иң ҡиммәтлеһе – ул тыныс тормош, тын-ғылыҡ һәм тотороҡлолоҡ, шуға күрә был көндөң бай һәм данлыҡлы тарихҡа эйә булыуы осраҡлы түгел.
Яугир формаһы кейемендәгеләргә, тыныслығыбыҙҙы һаҡлаусыларға беҙ рәхмәтле һәм ихтирам менән ҡарайбыҙ.
Ысын күңелдән байрам менән ҡотлайым һәм ныҡлы һаулыҡ, күңел тыныслығы, именлек, туғандарығыҙға һәм яҡындарығыҙға күңел йылыһы, оҙон ғүмер теләйем!
Р. ФӘТИХОВ,
Дыуан, Мәсетле, Салауат райондары хәрби комиссары.