Йәшәй башлағаныбыҙҙан алып ғүмеребеҙҙең һуңғы көндәренә тиклем һәр ҡайһыбыҙ күңелендә әсәһенең берҙән-бер һәм ҡабатланмаҫ образын йөрөтә. Әсәлек мөхәббәтенең бөйөк көсө, уның хәстәре һәм сабырлығы беҙҙе тормош буйлап алып бара, терәк була һәм бәләләрҙән ҡурсалай.
Көндәлек тормош батырлығы, йоҡоһоҙ төндәре, тормошобоҙҙо мәғәнәле, үҙебеҙҙе бәхетле иткән йәнен бирерҙәй һөйөүе өсөн әсәләребеҙгә сикһеҙ рәхмәтлебеҙ.
Ошо байрам көнөндә беҙ оло хәстәрлектәре, наҙҙары һәм һөйөүҙәре өсөн үҙ балаларын, ҡарауға йәки опекаға алған балаларҙы тәрбиәләгән һәм тәрбиәләүсе барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙар- ға ихлас күңелдән рәхмәт әйтәбеҙ.
Оло йөрәгегеҙ, икһеҙ-сикһеҙ түҙемлегегеҙ һәм көндәлек тырыш хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт һеҙгә, ҡәҙерле әсәләр.
Һеҙгә әсәлек бәхете, ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм барлыҡ теләктәрегеҙҙең бойомға ашыуын теләйбеҙ. Фиҙаҡәрлегегеҙ, үҙ-үҙегеҙҙе аямай хеҙмәт итеүегеҙ балаларығыҙҙың һәм барлыҡ йәмғиәттең хәстәрлеге һәм рәхмәте булып әйләнеп ҡайтһын. Һөйөклө, ҡурсаулы һәм бәхетле булығыҙ!
Район Советы һәм хакимиәте.