Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
4 Ноябрь 2019, 11:00

Хөрмәтле мәсетлеләр! Һеҙҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотлайбыҙ!

Был мөһим байрамдың башы төрлө дин, төрлө милләт һәм ҡатлам кешеләре сит ил баҫҡынсылары менән көрәштә үҙ Ватанын һаҡлап ҡалған күп быуатлыҡ Рәсәй тарихының данлыҡлы һәм героик ваҡиғаларына барып тоташа. Был ваҡиғалар илебеҙ тарихында төп роль уйнаған. Рухи уртаҡлыҡ тойғоһо, үҙ Тыуған илеңә ихлас күңелдән файҙа килтерергә ынтылыу бөгөн дә беҙҙе берләштерә. Халыҡтың берләшеүе – ул Рәсәйҙең тотороҡло һәм ынтылышлы үҫеше, уның граждандарының тыныс тормошоноң нигеҙе; ул – беҙҙең үткәнебеҙҙе, бөгөнгөбөҙҙө һәм киләсәгебеҙҙе бәйләүсе тарихи нигеҙ.

Мәсетле районында ун биш милләт вәкиле татыу йәшәй. Иң яҡшы этник традицияларҙы һаҡлап ҡалып, ихтирам күрһәтеп, кешелеклелек һәм рухилыҡ идеалдарына эйәреп, беҙ йәшәү эшмәкәрлегенең бөтә өлкәләрендә лә уңыштарға ирешә аласаҡбыҙ. Мәсетле районын артабан үҫтереүҙә беҙ дуҫлыҡ һәм бер-береңә ярҙам итеүгә юҫыҡ тоторға тейеш, сөнки бында беҙҙең киләһе быуындар йәшәйәсәк.

Ҡәҙерле яҡташтар! Ошо байрам көнөндә ысын күңелдән һеҙгә һаулыҡ, бәхет, татыулыҡ һәм именлек, тыуған яғыбыҙ мәнфәғәтендәге хеҙмәтегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ. Балаларыбыҙ һәм ейәндәребеҙ тыныс тормошта үҫһен, һәр көн изге өмөттәр һәм яңы ҡаҙаныштар менән яҡтыртһын!

Өйөгөҙҙә, йәмғиәтебеҙҙә, яратҡан илебеҙҙә һәр ваҡыт тыныслыҡ, татыулыҡ, үҙ-ара аңлау һәм именлек булһын!


Район Советы һәм хакимиәте.