Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
22 Октябрь 2019, 18:28

Светлана Крючкова “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнде

Оло Ыҡтамаҡ ауылынан Светлана һәм Вячеслав Крючковтарҙың ғаиләһе ҙур. Яҡшы һәм ихтирамлы мөхиттә улар алты бала тәрбиәләй.

Светлана Анатольевна менән Вячеслав Сергеевич 1997 йылда яҙмыштарын бәйләгән. Ул саҡта яралған мөхәббәт ныҡлы ғаиләгә нигеҙ һалған.

Балаларының иң ҙурына – ҡыҙҙары Натальяға хәҙер 22 йәш. Ул педагогия колледжын тамамлаған, Екатеринбург ҡалаһында эшләй.

Улдары Кирилл күп профилле колледжда белем ала, ҡыҙҙары Валерия, Виктория һәм Василиса мәктәптә уҡый. Иң кеселәре Сережаға – йәш тә биш ай. Ул әлегә әсәһе менән өйҙә.

Крючковтарҙың балалары – төрлө. Һәр ҡайһыһының үҙ һәләте, үҙ өҫтөнлөктәре. Береһе рәсем төшөрөргә яратһа, икенсеһе бейеүҙе, өсөнсөһө техника менән булышыуҙы яҡын күрә. Шуға ҡарамаҫтан, улар бер-береһен ярты һүҙҙән аңлай.

– Беҙҙең төп байлыҡ – ул, әлбиттә, балаларыбыҙ, – ти Светлана Анатольевна. – Улар бик татыу һәм бөтә нәмәлә бер-береһенә ярҙам итә. Һәр береһе үҙ бурысын белә, шуға күрә уларҙы тәрбиәләүе миңә шатлыҡ ҡына.

Ғаилә башлығы водитель булып эшләй. Ул – талапсан атай, ҡушҡандарын балалар һис һүҙһеҙ үтәй. Светлана – йомшаҡ һәм хәстәрлекле әсә. Ғаиләнең һәр бер ағзаһы өсөн – ул дуҫ һәм терәк.

Кисә Мәсетле районы хакимиәте башлығы ҡарамағындағы оператив кәңәшмәлә уға “Әсәлек даны” миҙалы тапшырылды.


Белешмә өсөн

“Әсәлек даны” миҙалы – күп балалы әсәләрҙең йәмғиәт алдында почет һәм танылыу билдәһе. Республикала ул 1998 йылда булдырыла. Ошо ваҡыт эсендә Башҡортостанда йәшәүсе ете меңдән ашыу ҡатын дәүләт наградаларына эйә була. Мәсетле районында 2000 йылдан алып 119 ҡатын “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнгән.