Ҡотлайбыҙ!
4 Октября 2019, 11:00

Уҡытыусылар көнө менән-2019

Хөрмәтле уҡытыусылар, мәктәпкәсә һәм өҫтәмә белем биреү педагогтары, педагогик хеҙмәт ветерандары, мәғариф хеҙмәткәрҙәре!

Һөнәри байрамығыҙ – Уҡытыусылар көнө уңайынан ихлас ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ.

Яҡшы йола буйынса октябрь башында иң миһырбанлы һөнәр эйәләрен – балаларға белем биргән ҡәҙерле уҡытыусыларҙы ҡотлайбыҙ. Һәр беребеҙҙең тормошонда үҙ уҡытыусыһы – үҙенең тәрән аҡылы, күңел байлығы, төплө белеме менән беҙгә эске донъябыҙҙы аңларға ярҙам иткән, уны байытҡан, киләсәкте төҙөргә өйрәткән кешеһе бар.

Уҡыусыларҙың киләсәк яҙмыштары, илдең иртәгәһе көнө башлыса уҡытыусының һөнәри һәм кешелек сифаттарына бәйле.

Һеҙ – беҙҙең мәғариф системаһының төп байлығы. Һеҙҙең һөнәри оҫталығығыҙ, сабырлығығыҙ, үҙ эшегеҙгә һәм балаларға ҡарата һөйөүегеҙ ярҙамында уҡыусыларҙың һәләттәре асыла һәм үҫешә. Һеҙ малай һәм ҡыҙҙарға киләсәктәрен һайларға, тормош юлынан тайпылмай атларға ярҙам итәһегеҙ. Мағариф системаһында тупланған бар ыңғай күренештәрҙе һаҡлап, һеҙ тәжрибә һәм белемде киң таратыуға ярҙам иткән педагогик инновацияларҙы әүҙем индерәһегеҙ.

Байрамығыҙ уңайынан хеҙмәтегеҙ өсөн ысын күңелдән әйтелгән рәхмәт һүҙҙәрен ҡабул итегеҙ. Ғүмерҙәренең иң көслө мәлдәрен мәғарифҡа бағышлаған педагогик хеҙмәт ветерандарына ла рәхмәтебеҙ сикһеҙ. Һеҙҙең балаларға ихлас өләшкән күңел йылығыҙ үҙегеҙгә икеләтә әйләнеп ҡайтһын. Сәләмәтлек, бәхет, районыбыҙ киләсәге хаҡына яңы ҡаҙаныштарға ирешеү өсөн күп көс һеҙгә!

Район Советы һәм хакимиәте.


* * *
Күркәм байрамығыҙ – Уҡытыусылар көнө менән һеҙҙе ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!

Уҡытыусы, тәрбиәсе – һәр кешенең яҙмышында мөһим кешеләр! Һеҙҙең хеҙмәтегеҙ һөҙөмтәһендә бала белемгә, рухи ҡиммәттәргә эйә була, изгелеккә, дуҫ булырға, маҡсатҡа ынтылырға өйрәнә.

Һөнәри оҫталығығыҙ һәм иғтибарығыҙ балаларға үҙ көстәренә ышанырға, ижади мөмкинлектәрен асырға, иң ҡыйыу һәм заманса идеяларҙы тормошҡа ашырырға ярҙам итә. Үҙегеҙҙең көндәлек фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙ, даими ижади эҙләнеүҙәрегеҙ менән һеҙ иртәгәһе көнгә нигеҙ һалаһығыҙ.

Талантығыҙ, һөнәргә тоғролоғоғоҙ, балаларға ҡарата һөйөүегеҙ өсөн сик- һеҙ рәхмәт!

Һеҙгә илһам, уңыштар, ныҡлы сәләмәтлек, именлек теләйбеҙ. Байрам менән!

Мәғариф бүлеге һәм мәғариф хеҙмәткәрҙәре профсоюзы райкомы.