Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
3 Октябрь 2019, 16:00

Ҡотлайбыҙ! (1.10.19)

Ҡотлайбыҙ!

Абдулла ауылында тыуып үҫеп, бөгөн Әләгәҙ-ҙә йәшәүсе ҡәҙерле әсәй-өләсәйебеҙ ФАЙЗА ӘХЙӘМ ҡыҙы ШӘМСИЕВАны юбилейы – 90 йәше тулыу уңайынан ҡотлайбыҙ.

Тәрән аҡыл, күңел байлығы, ололарса матурлыҡ туплаған йәшкә етеүең менән! Бәлә-ҡаза күрмәүеңде, һәр көндө бәхеткә төрөнөп кенә ҡаршылауыңды, ныҡлы көс һәм сәләмәтлек, ҡыуаныслы ғаилә байрамдары, яҡындарығыҙҙың хәстәрлеген, күңел йылыһын тойоп, беҙҙе һөйөндөрөп йәшә. Именлек һиңә һәм тыныс тормош!

Балалары Айҙар һәм Лилиә, Илдар һәм Лариса, Фирая һәм Фәһим, Кифая,

ейән-ейәнсәрҙәре Илиза, Артур, Нияз, Искәндәр, Зөһрә, Зариф, Вилиә, Әҙилә.

* * *

Хөрмәтле ХӘНИФЙӘН МӘҮЛИ улы ӘХМӘТЙӘНОВ! Һеҙҙе ихлас күңелдән юбилейығыҙ ме-нән ҡотлайым. Һеҙгә булған рәхмәтемде, күңелдәге теләктәрҙе һүҙ менән генә әйтеп бирергә мөмкин түгел, улар икһеҙ-сикһеҙ. Һеҙ беҙгә эш урынының ҡәҙерен белергә өйрәттегеҙ. Һәр ваҡыт яғымлы, йомшаҡ күңелле генә булып ҡалмайса, кәрәк ваҡытта талапсан да була белдегеҙ. Барыһы өсөн дә ҙур рәхмәт.

Үткән 65 йыл ғүмерегеҙ

Кешеләргә үрнәк булырлыҡ.

Һеҙҙең һоҡланғыс тормошоғоҙ

Күптәр өсөн ғорурлыҡ!

Алдағы ғүмер йылдарында тормош юлдарын именлектә, һау-сәләмәт булып, бәхетле көндәрҙә, шатлыҡ менән үтергә яҙһын!

Ихтирам менән Рәҡибә ЯНБАЕВА,

Тәкә ауылы.

* * *

Теләш ауылынан ҡәҙерле тормош иптәшем, атайыбыҙ РАДИК МӨХӘМӘТНУР улы ХӘТМУЛЛИНды ысын күңелдән 60 йәшлек юбилейы менән ҡотлайбыҙ. Ҡәҙерле атай! Һиңә ныҡлы һаулыҡ, эшеңдә уңыштар, барлыҡ хыялдарыңдың тормошҡа ашыуын, әсәйебеҙ менән бергә бәхетле оҙон ғүмер кисереүегеҙҙе теләйбеҙ.

60 йәш – ул ғүмер сиге түгел,

Матур йәшә шулай ғүмергә.

Беҙҙең теләк һиңә: мәңге йәш бул,

Ҡартайыуҙы белмә ғүмергә.

Матур көҙ айында тыуғанғамы,

Һәр саҡ изге һинең күңелең.

Әсәйгә – пар, беҙгә терәк булып,

Үтһен ине ҡалған ғүмерең!

Иң изге теләктәр менән ҡатыны Зимфира, ҡыҙы Лидия, кейәүе Рушан, улы Ридан.

* * *

Яңы Мөслим ауылында йәшәүсе иң ҡәҙерле, иң яратҡан кешебеҙ – әниебеҙ, оло әниебеҙ НӘФИСӘ НОСРАТ ҡыҙы ХӘЛИЛОВАны 80 йәшлек юбилейы менән ҡотлайбыҙ. Көндәрең шатлыҡ менән үтһен, ғүмер юлдарың оҙон булһын, ҡайғы-хәсрәт күрмәй, һаман шулай беҙгә терәк булып йәшә.

Әни! Изге теләктәрҙән, наҙлы һүҙҙән башҡа

Табып булмай затлы бүләкте.

Беҙҙең өсөн бик тә ҡәҙерле һин,

Бик тә яҡын, бик тә кәрәкле!

Иң изге теләктәр менән улың, киленең, ейән-ейәнсәрҙәрең.

* * *

“Ҡояшҡай” балалар баҡсаһы коллективы АЛЬБИНА ӘШРӘФ ҡыҙы ЗАКИРОВАны юбилейлы тыуған көнө менән ҡотлай.

Тыуған көнөңдә генә түгел,

Гел һин йылмайып йәшә,

Бәхет, шатлыҡ, ҡыуаныстар

Булһын һәр саҡ йәнәшә.

Таңдарың да тик ҡояшлы,

Болотһоҙ ғына булһын.

Ҡайғы-хәсрәт һинең өйҙө

Һәр ваҡыт урап үтһен!

* * *

1 октябрҙә Оло Ыҡтамаҡ ауылында йәшәүсе беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған һеңлем, апайыбыҙ АЙҺЫЛЫУ ҠЫЯМ ҡыҙы НАФИҠОВАның матур юбилейы – 55 йәше.

Айһылыу апай! Юбилейың менән ҡотлайбыҙ. Киләсәк көндәрең өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағың шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә тулып тәгәрәһен. Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, сабыр булып, һәр атҡан таңға, яуған ҡарҙарға, килгән яҙҙарға, аҡҡан һыуҙарға һоҡланып, үткән ғүмергә үкенмәй, яҡындарыңдың, туғандарыңдың изгелектәрен күреп, әлегеләй изге күңелле, алсаҡ йөҙлө булып, оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын. Һин булғанға донъябыҙ йәмле, йәнле, һиндәй туғаныбыҙ менән аҙымдарыбыҙ ышаныслы, бәхетебеҙ тулы, уйҙарыбыҙ яҡты. Хоҙай үҙеңде сәләмәтлектән, бәхеттән, күңел тыныслығынан айырмаһын. Тормош иптәшең Зиларис, улың Илдар менән киленең Резеданың, ейәндәрең Артем менән Вадимдың иғтибарҙарын тойоп бәхетле йәшә.

Был көн шундай күңеллелер һин тыуғанға,

Был донъя шундай яҡтылыр һин булғанға.

Бөтә йыһан шатланғандыр һин тыуғанда,

Тирә-яҡта һәр саҡ байрам һин булғанда.

Бөгөнгөләй һөйкөмлө бул, бөгөнгөләй бәхетле бул:

Йәй гөлдәре үҫкәндә лә, яҙ япраҡтар ярғанда ла,

Көҙ елдәре иҫкәндә лә, ергә ҡарҙар яуғанда ла!

Иң изге теләктәр менән ағайың Айҙар, һеңлеләрең Рафиға, Регина, Гөлназ, кейәүең Ришат.