Ҡәҙерле, һөйөклө ҡатыным, әнейебеҙ, ҡартәнейебеҙ РӘМИЛӘ ВАҺАБИ ҡыҙы ЯМАЛЕТДИНОВА! Һине тыуған көнөң менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Һиңә оҙон ғүмер, бәхет-шатлыҡтар, йән тыныслығы, тән сихәте, һаулыҡ-сәләмәтлек теләйбеҙ. Ҡайғы-хәсрәткә бирешмәй, һаман шулай көслө рухлы һәм ярҙамсыл, изге күңелле, балаларыңдың һәм ейәндәреңдең игелеген күреп, оҙаҡ йәшәргә насип булһын. Рәхмәттәргә һәм рәхәттәргә төрөнөп йәшә.
Әней тиеп әйтер кешең булыу
Ниндәй бәхет бит ул донъяла.
Шатлыҡтарың булһа – уртаҡ була,
Ҡайғыларың булһа – юғала.
Шат-көләс бул, һүнмә-һүрелмә.
Ҡәҙер-хөрмәт күреп үтһен ғүмерең
Урындарың булһын гел түрҙә!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең,
4 балаң, 15 ейәнең, 23 бүләң.
Тайыш ауылынан ҡәҙерле әсәйебеҙ, туғаныбыҙ МӘҮЛИҘӘ АҠМАЛ ҡыҙы ҠАДИРОВАны күркәм юбилейы – 60 йәше тулыу көнө менән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Һеҙҙең тирәләй тик шатлыҡ, көлөү тауыштары ғына яңғыраһын.
Сәләмәтлек ташламаһын һине,
Һәр көнөң үтһен шатлыҡта.
Йәшәү йәме, донъя именлеге
Юлдаш булһын һиңә һәр саҡта!
Изге теләктәр менән улы Рафиҡ, ҡыҙы Винария
һәм Оло Ыҡтамаҡтан апалары Роза, Кәшифә, Сәғиҙә, ҡустыһы Фазылйән, килене Раушания.
Мәсетле райветстанцияһы коллективы РӘИС МӘҮЛИТБАЙ улы САҘИҠОВты юбилейлы тыуған көнө менән ҡотлай.
Тыуған көнөңдә генә түгел,
Бәхет, шатлыҡ, ҡыуаныстар
Оло Ҡыҙылбай ауылынан ҡәҙерле, һөйөклө туғаныбыҙ АЙҺЫЛЫУ ҒӘБДРӘШИТ ҡыҙы СИБӘҒӘТУЛЛИНАны ысын күңелдән юбилейы менән ҡотлайбыҙ. Ныҡлы һаулыҡ, оло бәхет, шатлыҡта һәм именлектә ҡайғы-хәсрәтһеҙ оҙон ғүмер теләйбеҙ.
Беҙ теләйбеҙ һиңә ҙур бәхеттәр,
Күтәренке булһын күңелең.
Матур йәшә, ҡартайыуҙы белмә,
Гел шатлыҡтан торһон ғүмерең!
Ҡотлау менән Мәрзиә, Светлана, Айбулат.
Әләгәҙ ауылынан ҡәҙерле ирем, атайыбыҙ, күршем НУРҒӘЛИ МӨҒТӘБӘР улы АБДУЛХАКОВты 70 йәшлек юбилейы менән ҡотлайбыҙ. Һиңә ныҡлы һаулыҡта, ғаилә именлегендә бәхетле оҙон ғүмер, яҡты һәм шатлыҡлы көндәр теләйбеҙ. Һәр ваҡыт шундай уҡ изгелекле һәм барыбыҙ өсөн дә ышаныслы терәк бул.
Матур эҙле үткән юлдарың.
Барса туғандарға, яҡындарға
Һәр саҡ изге булды уйҙарың.
Һин булғанға беҙ бәхетле,
Һинең менән яҡты көнөбөҙ.
Беҙҙең менән һин дә бәхетле бул,
Һиңә оҙон ғүмер теләйбеҙ!
Иң яҡшы теләктәр менән ҡатыны Зифа, улы Валерий,
килене Гөлнара, күршеһе Нәсимә апай.