Рәсәй көнө – айырым байрам. Мәңгелек ҡиммәт – Тыуған илебеҙгә һөйөү нигеҙендә ул илебеҙҙең барлыҡ граждандарын берләштерә. Бөгөн Рәсәй – көслө, үҙ көсөнә ышанған, сәскә атыусы держава. Беҙ ғәйәт бай традицияларыбыҙҙы, икһеҙ-сикһеҙ мәҙәниәтебеҙҙе, бөйөк халҡыбыҙ рухын хөрмәт итәбеҙ. Тәү сиратта – Рәсәй граждандары булыуыбыҙ менән ғорурланабыҙ!
Төп байлығыбыҙ – талантлы, эшсән һәм дәртле кешеләребеҙ. Улар дөйөм тырышлыҡ менән илебеҙҙе уңышлы итә һәм үҫтерә. Тыуған яғыбыҙ – Мәсетле районы һәм тотош илебеҙҙең хәҙергеһе һәм киләсәге тап һәр беребеҙгә, хеҙмәтебеҙгә, инициативабыҙға һәм гражданлыҡ яуаплылығына бәйләнгән.
Хөрмәтле мәсетлеләр! Тыуған районыбыҙға һөйөүегеҙ, уның тарихына һаҡсыл мөнәсәбәтегеҙ, яҙмышында әүҙем ҡатнашыуығыҙ, беҙҙең яҡтың социаль-иҡтисади үҫешенә лайыҡлы өлөш индергәнегеҙ өсөн һеҙгә рәхмәт белдерәбеҙ.
Ихлас күңелдән бәхет, ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм ижади хеҙмәтегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ. Һеҙгә тыныслыҡ, татыулыҡ һәм иртәгәһе көнгә ышаныс юлдаш булһын!
Район Советы һәм хакимиәте.
Россия – священная наша держава,
Россия – любимая наша страна.
Могучая воля, великая слава –
Твоё достоянье на все времена!
Славься, Отечество наше свободное,
Братских народов союз вековой,
Предками данная мудрость народная!
Славься, страна! Мы гордимся тобой!
От южных морей до полярного края
Раскинулись наши леса и поля.
Одна ты на свете! Одна ты такая –
Хранимая Богом родная земля!
Славься, Отечество наше свободное,
Братских народов союз вековой,
Предками данная мудрость народная!
Славься, страна! Мы гордимся тобой!
Широкий простор для мечты и для жизни
Грядущие нам открывают года.
Нам силу даёт наша верность Отчизне.
Так было, так есть и так будет всегда!
Славься, Отечество наше свободное,
Братских народов союз вековой,
Предками данная мудрость народная!
Славься, страна! Мы гордимся тобой!
Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының статистика департаменты мәғлүмәттәренә ярашлы, Рәсәйҙең дөйөм майҙаны 17125426 кв. км тәшкил итә. Халыҡ тығыҙлығы – кв. километрға 8,6 кеше. Халыҡ һаны буйынса Рәсәй донъяла 9-сы урын биләй. Уның составына 85 субъект инә, шуның 46-һы өлкә, 22-һе республика, 9-ы край, 3-ө федераль әһәмиәттәге ҡала, 4-е автономиялы округ һәм 1-е автономиялы өлкә тип атала. Илдә барлығы 157 мең самаһы торама пункт иҫәпләнә.
Ул – күп милләтле дәүләт. Халыҡтың күпселек өлөшө (75% самаһы) үҙен православиеға индерә.
Статистика мәғлүмәттәре буйынса, Мәсетле районының халыҡ һаны 2019 йылдың 1 ғинуарына 22368 кеше тәшкил иткән. Районда төрлө милләт кешеләре йәшәй. Уларҙың күпселеге башҡорттар – 59,8%, татарҙар – 23,6%, урыҫ- тар – 15,4%, сыуаштар, мариҙар, украиндар – 0,2% һәм башҡалар.