Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
31 Май 2019, 19:00

БАЛАЛАРҘЫ ЯҠЛАУ КӨНӨ МЕНӘН!

Үҙәк майҙанға килегеҙ, күңелле буласаҡ!1 июндә байрам сараһы уҙғарыла.Һеҙҙе уйындар, конкурстар, бейеүҙәр, коляскалар парады, асфальтта рәсем төшөрөү конкурсы, аквагрим, һауа ҡаласығы, спорт бәйгеләре, театр костюмдары конкурс-дефилеһе, бик күп йылмайыуҙар һәм шәп кәйеф көтә!Башланыу ваҡыты – 11.00 сәғәт.

Бәхетле бала саҡ байрамы

Йәйҙең тәүге көнөндә күп кенә илдәрҙә Халыҡ-ара балалар көнө билдәләнә. Был байрам рәсәйлеләргә Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө булараҡ таныш.

Беренсе тапҡыр балалыҡтың көнүҙәк проблемалары менән бәйле мәсьәләләр ҡатын-ҡыҙҙар тарафынан 1925 йылда Женевала үткән Бөтөн донъя конференцияһында күтәрелә. Быуат башында йәмәғәтселекте ҡарауһыҙ йөрөгән балалар, етемдәр, медицина хеҙмәтләндереүенең насар булыуы борсой. Ләкин идея киң йәмәғәтселек хуплауы тапмай.

Тап Сан-Франциско етемдәре өсөн Ҡытай консулы тарафынан байрам ойошторола, ул йөҙөүсе аждаһалар фестивале булараҡ тарихҡа ингән. Был күләмле сара 1 июндә үтә. Версияларҙың береһе буйынса, нәҡ ошо ваҡиға артабан балалар байрамын билдәләйәсәк көндө һайлауҙа хәл иткес роль уйнай.

Һуғыштан һуңғы йылдарҙа балалар именлеге мәсьәләләре йәмәғәтселек алдына киҫкен килеп баҫа. Шуға күрә 1949 йылда ҡатын-ҡыҙҙар конгресы ҡабаттан айырым байрам булдырыу идеяһын тәҡдим итә. Конференцияла бер тауыштан Ер йөҙөнөң барлыҡ сабыйҙары һәм үҫмерҙәренең бәхетле бала сағы өсөн көрәшкә бөтөн көстө йүнәлтергә тигән ҡарар ҡабул ителә.

Ә инде 1950 йылда байрам күп кенә илдәрҙә киң ҡолас менән билдәләнә.

Был көндө тағы ла бер ҡыҙыҡлы байрам: Бөтөн донъя һөт – балаларҙың һаулығына һәм дөрөҫ үҫешенә туранан-тура йоғонто яһаған продукт көнөн билдәләйҙәр.

Һөт – ул 30-ҙан ашыу витамин һәм бихисап минералдар, шул иҫәптән ретинол, В, С төркөмө витаминдары, фосфор, кальций, магний, калий, селен сығанағы. Ғәҙеллек өсөн әйтергә кәрәк, яңы һауылған һөттә бөтә ошо күрһәткестәр ғәҙәти һөттәгегә ҡарағанда шаҡтай юғары.


Балалар өсөн уйындар


Мөйөш

Аралары унар аҙым булған алты мөйөш төҙөйҙәр. Уйнаусылар күп булһа, мөйөш һандарын арттырырға ла мөмкин. Мәҫәлән, һигеҙ мөйөшкә һигеҙ кеше баҫа, Сабирға мөйөш етмәне икән, ти. Ул: “Һигеҙ мөйөш, һигеҙ мөйөш, ҡайҙа миңә бер мөйөш?” – тип, һамаҡлап йөрөргә тейеш. Шул саҡ мөйөштәрҙәге кешеләр бик тиҙ алмашына. Сабир бер мөйөштө үҙенә алыу өсөн тырыша. Мөйөш-һөҙ ҡалған кеше уйынды ҡабаттан башлай.


Төлкө һәм тауыҡтар

Уйын тәбиғәттәге йән эйәләренең холоҡ-фиғелен, үҙ-ара мөнәсәбәттәрен танып белеүгә, отҡорлоҡ һәм етеҙлекте үҫтереүгә ҡоролған. Уйын барышы түбәндәгесә ойошторола: балалар үҙҙәре араһынан төлкө, әтәс һайлап ҡуялар. Ҡалғандары тауыҡтар була. Төлкө бер ситкә китеп үҙенә оя билдәләй. Тауыҡтар ҙа шаҡмаҡ һыҙып һарай яһайҙар һәм шунда урынлашалар. Шул ваҡыт әтәс ҡысҡырып ебәрә, тауыҡтар уянып һарайҙан сығалар. Әтәс тауышына үҙ ояһында йоҡлап ятҡан төлкө уяна һәм тауыҡтарға һөжүм итә башлай. Әтәс, үҙ сиратында, тауыҡтарҙы һарайға саҡыра, ә үҙе төлкө менән көрәшкә сыға. Әгәр төлкө тауыҡты тотһа, ул тауыҡ төлкөгә әйләнә, төлкө иһә тауыҡ була. Тауыҡ тотолған һайын, яңы әтәс билдәләнә. Төлкө булмайынса ҡалған тауыҡ еңеүсе тип һанала.


Көлдөрткөс

Йүгереү, отҡорлоҡҡа бәйле етеҙ уйындарҙан башҡа халҡыбыҙҙа ултырып уйнау өсөн тәғәйенләнгәндәре лә бар. Шундай- ҙарҙың береһе "Көлдөрткөс" тип исемләнгәне. Алып барыусы билдәләнә, ҡалғандары – уйынсылар. Алып барыусы һәр ҡатнашыусыға берәр һүҙ әйтеп сыға, артабан төрлө һорауҙар бирә башлай. Ә уйынсылар иһә барлыҡ һорауҙарға ла алдан бирелгән һүҙ менән яуапларға тейеш. Мәҫәлән, “Башыңа нимә кейеп алған-һың?” – “Быйма”, “Ҡайҙа йәшәйһең? ” – “Быймала” һәм башҡалар. Алып барыусының төп маҡсаты – ҡыҙыҡлы һүҙҙәр тәғәйенләп, ҡыҙыҡлы һорауҙар уйлап табып, ҡатнашыусыларҙы көлдөртөү. Уйынсы йылмайып ҡына ҡуйһа ла берәй әйберен бирә. Уйын аҙағында алынған фантиктарға яза алыусылар йә әтәс булып ҡысҡыра, йә йыр йырлай, йә башҡа төрлө әмерҙе үтәй.


Йәйге каникулды нисек файҙалы итеп уҙғарырға

Йәй – ул балаларҙың мәктәптән, түңәрәктәрҙән, мәшәҡәттәрҙән арыныу ваҡыты. Ләкин шул уҡ ваҡытта был мәлдең бушҡа үтмәүен, баланың уҡыу материалын онотоп бөтмәүен һәм ваҡыт үткәреүенең компьютерҙа ултырыу менән генә сикләнмәүен теләйһең.

- Ә нишләп ҡыҙыҡлы үҫемлектәр эҙләп ҡыҙырмаҫҡа һәм гербарий төҙөмәҫкә? Киптерелгән япраҡтар һәм сәскәләр-ҙән ҡыҙыҡлы аппликациялар килеп сыға бит. Шулай уҡ табылған һәр бер нәмә тураһында файҙалы мәғлүмәт эҙләһәң, гербарий биологияны өйрәнеүҙә ярҙам итәсәк.

- Бәләкәй тикшеренеүсегә камера бүләк итергә мөмкин, уның арҡаһында ул матур пейзаждарҙы йәки ҡыҙыҡлы табыштарын төшөрөп аласаҡ. Тупланған фотоһүрәттәрҙән “Йәйҙе мин нисек үткәрҙем” темаһына һәйбәт презентация килеп сығасаҡ.

- Кесе йәштәге уҡыусылар ҙа, үҫмерҙәр ҙә уҡырға тейеш. Һәр уҡыу йылы һуңында уҡытыусы әҙәбиәт исемлеге бирә. Балалар бүлектәр йәки параграфтар менән генә уҡыһын, шул саҡта уҡыу күңелһеҙ булмаясаҡ. Кәрәкле китаптарҙы һәр ваҡыт китапханала табып була.

- Биологияны өйрәнеүҙә тағы ла бер ярҙамсы бар. Балалар менән бергә тәҙрә төбөндә йәиһә баҡсала йәшел тәмләткестәр үҫтереү һәм уларҙы тәрбиәләү әллә ни ҡатмарлы түгел.

- Йәй – үҙ-үҙеңде камиллаштырыу өсөн шәп осор. Бала мәктәптә ауыр бирелгән предметтарҙы нығыраҡ өйрәнә ала. Йә булмаһа ниндәйҙер бер ижади шөғөл табырға була, мәҫәлән, бисер үреү, моделдәр әҙерләү йәки рәсем төшөрөү.

- Әүҙем ялдан башҡа ниндәй йәй булһын?! Әгәр бала йышыраҡ стадионда йүгерһә йә велосипедта йөрөһә бик һәйбәт булыр ине. Хәйер, дуҫтары менән йылғаға йәки атаһы менән балыҡҡа барып килеү ҙә яҡшы.

- Теләһә ҡайһы йәштәге баланы үҙенә күрә бер төрлө ғаилә йолалары ҡыҙыҡһындыра ала. Балалар, ғәҙәттә, ялдарҙа пикникка йөрөргә ярата. Ял көнө иртәнге ашты әҙерләү ҙә ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра ала, айырыуса, әгәр әсә кеше балалары менән бергә ғәҙәти булмаған пирожный йә башҡа ҡыҙыҡлы блюдо әҙерләргә ҡарар итһә.

- Үҙ балаң менән “нимә ул яҡшы” темаһына һәр ваҡытта ла һөйләшергә кәрәк, әммә яҡшылыҡҡа үҙ миҫалыңда өйрәтеү тағы ла отошлораҡ. Балалар менән берлектә эйәһеҙ хайуандарға ярҙам итергә йә булмаһа ҡоштарҙы ашатып алыр- ға мөмкин. Әгәр бала әллә ни йыраҡ йәшәмәгән өләсәһенә ярҙамлаша башлаһа – был бигерәк тә яҡшы.

Уҡыусының һаулыҡ торошо һәм уҡыуға артабанғы позитив көйләнеше баланың каникул ваҡытындағы ялы ни тиклем продуктив булыуына бәйләнгән.