Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
13 Май 2019, 16:09

Бөйөк Еңеү – изге байрам

Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 74 йыллығына арнал-ған байрам сараларында мәсетлеләр әүҙем ҡатнашты.


Дәүләт флагтарын сығарғандан һуң, үҙәк майҙанда тантаналы парад башланды. Ветерандар менән бергә майҙандан “үлемһеҙ полк” үтте. Быйыл әлеге акцияла ҡатнашыусылар һаны бер нисә тапҡырға артҡан.

Еңеү паркында булған митингыла район хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин, район Советы депутаты Николай Корлыханов, район ветерандар советы рәйесе Юрис Сафиуллин, 1-се лицейҙың 9-сы класс уҡыусыһы Никита Михайлов сығыш яһаны. Тантаналы өлөш мәңгелек утҡа веноктар һәм сәскәләр һалыу менән тамамланды.

Электән килгән яҡшы традиция буйынса митингынан һуң еңел атлетика эстафетаһы үтте. Унда предприятиелар, учреждениелар һәм ойошмалар араһында мәғариф бүлеге командаһы еңеү яуланы. Икенсе һәм өсөнсө урындарҙы “Ҡарағай” шифаханаһы һәм 1-се лицей командалары бүлеште.

Дөйөм белем биреү учреждениелары араһында беренсе урынды 1-се лицейҙың егеттәр һәм ҡыҙҙар командаһы алды. Икенсе урында – Башҡорт гимназияһы, өсөнсө – Әләгәҙ мәктәбе уҡыу-сылары.

Артабан Оло Ыҡтамаҡ ауылының үҙәк майҙанында Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 74 йыллығын байрам итеүгә арналған театрлаштырылған концерт булды.

Сара Еңеүҙең барлыҡ замандаштарына һөйөү, ихлас, эскер-һеҙ рәхмәт тойғоһо менән тул-ғайны. Концерт сценарийы 23 номерҙан торҙо. Патриотик йыр-ҙар яңғыраны һәм бейеү постановкалары башҡарылды. Ул ветерандар өсөн генә түгел, ә олаталары һәм ҡарт олаталары яҡты киләсәгебеҙ һәм хәҙерге тыныс тормошобоҙ өсөн ғүмерҙәрен биргән кешеләр өсөн дә бүләк булды.

Район халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн был көндө ялан ашханаһы эшләне: олоһонан алып кесеһенә ҡәҙәр тәмле һалдат бутҡаһынан ауыҙ итеп, ҡайнар татлы сәй менән ләззәтләнә алды.

Кисен “Һуғышһыҙ донъяла ҡайһылай рәхәт” концерт программаһы ойошторолғайны. уның һуңында майҙан өҫтөндәге төнгө күктә төрлө төҫтәр менән салют атылды.