Мәсетле тормошо
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
11 Март 2019, 12:09

Сағыу һәм ҡабатланмаҫ гүзәл зат

Тирә-яҡҡа нур бөрккән, донъябыҙҙы йәмләгән һылыу, һоҡланырлыҡ, уңған һәм аҡыллы ҡатын-ҡыҙҙар йәшәй районыбыҙҙа

Шуларҙың береһе – яратҡан ҡатын, күп балалы әсә һәм һәләтле педагог Рәлиә Шәйәхмәтова. Ул район үҙәгенең “Ромашка” балалар баҡсаһында музыка белгесе булып эшләй.

Рәлиә Рәфис ҡыҙы бына инде 30 йыл балаларҙа музыкаға һөйөү һәм ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләй. Ә ул ваҡытта, 17 генә йәшендә, “Колосок” балалар баҡсаһына музыка етәксеһе булып урынлашҡанда, был һөнәрҙең ғүмерлек булырын һәм күңеленә хуш килерен күҙ алдына ла килтермәгән. Ә шулай ҙа, музыкаға һөйөү уны ғүмер буйы оҙатып йөрөгән. Мәктәптә уҡыған йылдарында Балалар сәнғәт мәктәбенең фортепья- но класын тамамлаған. Артабан ситтән тороп юғары белем алған.

– Эшемде бик яратам. Көн һайын балаларҙан һәм коллегаларымдан комплимент ишетеү бик күңелле. Ундай маҡтау һүҙҙәре ишеткән һайын тағы ла күркәмерәк булырға, үҙеңде матур тоторға тырышаһың, – ти Рәлиә Рәфис ҡыҙы.

Балаларға ул йәш ярымлыҡ саҡтарында уҡ йыр-моң донъяһына ишек аса. Хатта үтә оялсан һәм ҡыйыуһыҙ балалар ҙа, уның “ҡанаты” аҫтына эләгеп, һәләтле артистарға әйләнә. Уның кескәй тәрбиәләнеүселәре район сараларында даими ҡатнаша, һәр байрамдың биҙәгенә әйләнә. Ул артабан республика кимәлендә генә түгел, ә халыҡ-ара ижади бәйгеләрҙә призлы урындар алырлыҡ күп бейеү коллективтары тәрбиәләгән. Был балалар, мәктәпкәсә учреждениенан сыҡҡас та, артабан Балалар сәнғәт мәктәбендә шөғөлләнеүҙәрен дауам итә.

Рәлиә Рәфис ҡыҙы – маҡсатына ирешеүсе кеше. Әгәр эшкә тотона икән, ул мотлаҡ иң яҡшы булыуға ынтыла. Ошо йылдар эсендә тыныс ҡына эшләргә һәм йәшәргә өйрәнеп китә алмауын йәшермәй: уңышлы сығыш яһарҙарын белһә лә, тәрбиәләнеүселәре, коллегалары сығыш яһағанда бик тулҡынлана.

Уның етәкселеге аҫтында “Ромашка” балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре ижади сараларҙа һәм бәйгеләрҙә әүҙем ҡатнаша. Мәҫәлән, әле яңы ғына булған хеҙмәт коллективтарының үҙешмәкәр сәнғәт фестивалендә уларҙың сығыштарын жюри иң яҡшыларҙан тип тапты, ә тамашасылар дәррәү алҡыштарға күмде. Шулай уҡ улар мәктәпкәсә учреждениелар хеҙмәткәрҙәре араһында зональ КВН уйындарында ике тапҡыр еңеүгә өлгәшкән.

Рәлиә Шәйәхмәтованың ғаиләһе ныҡ һәм татыу. Һәр ваҡыт һәм һәр нәмәлә ярҙамға әҙер торған тормош иптәше Илдар Рәҡип улы менән өс бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Бөгөн улдары Рус-лан юриспруденция өлкәһендә эшләй, Иляна – Урал федераль университетының I курс студенткаһы, Эрнест – өсөнсө класс уҡыусыһы, уҡыу алдын-ғыһы, Балалар сәнғәт мәктәбендә хореография һәм рәсем сәнғәте йүнәлештәре буйынса шөғөлләнә. Рәлиә Рәфис ҡыҙы – бәхетле өләсәй ҙә, уның 4 йәшлек ейәне үҫеп килә.

Эшенең тығыҙлығына һәм өй мәшәҡәттәренең күп булыуына ҡарамаҫтан, ул яратҡан шөғөлөнә – сәскәләр һәм йәшелсәләр үҫтерергә ваҡыт таба.

Ижади шәхестәр – улар иҫ китмәле кешеләр, тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр. Уларға һәр яңы эшкә илһамланып һәм дәртләнеп тотоноу өсөн көс һалынған. Рәлиә Шәйәхмәтова – ошоларҙың сағыу миҫалы. Донъяны матур итергә, камиллыҡҡа ынтылып, ул башҡаларҙы ла артынан әйҙәй.