Ҡәҙерле армия һәм флот ветерандары, Ҡораллы Көстәр яугир-ҙары!
Һеҙҙе дәүләт байрамы – Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотлайбыҙ.
Был байрам рәсәйлеләрҙең күп кенә быуыны өсөн иң мөһим байрамдарҙың береһе булып тора. Ул рус ҡоралының көсөн һәм ҡеүәтен, Тыуған илгә һөйөүҙе, хәрби бурысҡа тоғролоҡто кәүҙәләндерә.
23 февраль – быуындарҙың өҙөлмәҫ бәйләнешен, халыҡ тарафынан Рәсәй ғәскәрҙәренең дәүләт алдындағы хеҙмәттәренең танылыуын сағылдырыусы бөтә халыҡ байрамы.
Бөгөн беҙ локаль бәрелештәр ветерандарына, Ҡораллы Көстәр ветерандарына, рядовойҙарға һәм запастағы офицерҙарға, хатта ошо байрам көнөндә лә илебеҙҙең оборона һәләтен нығытып, үҙенең яугир бурысын үтәгәндәрҙең барыһына ла рәхмәт белдерәбеҙ.
Ошо байрам көнөндә иң йылы ҡотлауҙарыбыҙҙы, барыһынан да элек, ғүмерҙәрен аямай яуға барған, ал-ял белмәй ең һыҙғанып тылда хеҙмәт иткән, фронтовиктарға алмашҡа килеп, оҙаҡ йылдар тыуған яҡтарынан алыҫта хәрби хеҙмәттә үткәргәндәргә юллайбыҙ. Бөйөк Еңеү вариҫтары өсөн һеҙҙең Ватаныбыҙға фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙ – сыҙамлылыҡтың, ҡаһарманлыҡтың һәм батырлыҡтың сағыу миҫалы.
Һеҙҙең тормош – ҡаһарманлыҡ, батырлыҡ һәм Тыуған илгә үҙ-үҙеңде аямай хеҙмәт итеү өлгөһө.
Тыныслыҡҡа хеҙмәт итеү, үҙ Ватаныңды һаҡлау – һәр граждандың маҡтаулы бурысы. 23 февраль – ул ҡыйыу һәм рухы менән көслө ирҙәр байрамы.
Был күркәм байрамда, хөрмәтле мәсетлеләр, һеҙгә тыныслыҡ һәм именлек, эшегеҙҙә һәм яугир хеҙмәтегеҙҙә ҙур уңыштар, бәхет, ныҡлы һаулыҡ, рух күтәренкелеге, икһеҙ-сикһеҙ дәрт һәм иртәгәһе көнгә ышаныс теләйбеҙ!
Район Советы һәм хакимиәте.
Хөрмәтле Ватанды һаҡлаусылар!
Һеҙҙе Ватанды һаҡлаусылар көнө – илебеҙ тарихының бар этаптарында тыуған еребеҙҙе азат итеүселәрҙең һәм һаҡлаусыларҙың батырлығын сағылдырған, данлыҡлы бай традицияларҙы үҙенә туплаған байрам менән ысын күңелдән ҡотлайым. Был көндә беҙ баш осонда тыныс күк йөҙө, тыныс тормошта балалар һәм ейәндәр үҫтереү мөмкинлеге биргән өсөн кемгә бурыслы булыуыбыҙҙы тағы ла бер тапҡыр аңлау өсөн күңелебеҙ һәм йөрәгебеҙ менән үткәндәребеҙҙең онотолмаҫ һәм дәһшәтле биттәренә әйләнеп ҡайтабыҙ. Илебеҙҙе һаҡлаусы яугирҙарҙың батырлыҡтары, уларҙың тыуған ергә сикһеҙ һөйөүе һәм тоғролоғо бөгөнгө һәм киләсәк быуын хәтерендә мәңге һаҡланасаҡ.
Был көндө беҙ Рәсәй Ҡораллы Көстәре сафында хеҙмәт иткән һәм бөгөн дә илебеҙҙең оборона һәләтен нығытыуға, илебеҙ хәүефһеҙлеген арттырыуға хеҙмәт иткән барлыҡ хәрбиҙәргә хөрмәт күрһәтәбеҙ.
Һеҙгә ысын күңелдән тыныслыҡ, сәләмәтлек, оҙон ғүмер, күңел күтәренкелеге, ғаилә именлеге, шатлыҡ-ҡыуаныстар теләйем!
Дыуан, Мәсетле һәм Салауат райондары буйынса хәрби комиссар.