Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
12 Декабрь 2018, 10:46

Хөрмәтле Мәсетле районы халҡы! (2018 й.)

Һеҙҙе дәүләт байрамы – Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы көнө менән ҡотлайбыҙ!

Был байрам илебеҙ йәшәгән Төп закондың тантанаһын һәм көсөн кәүҙәләндерә. Халыҡ ихтыярын һәм мәнфәғәтен сағылдырып, Рәсәй Конституцияһы дәүләтселекте нығытыуға, йәмғиәт ҡоролошоноң тотороҡлолоғона, граждандар йәмғиәтенең формалашыуына, граждандар хоҡуҡтарын һәм азатлыҡтарын тәьмин итеүгә хеҙмәт итә.

Илебеҙ байлығы беҙҙең эшләй һәм тәбиғи ресурстарҙы рациональ файҙалана белеүебеҙгә, яңы иҡтисад булдырыу, демократик институттарҙы нығытыу, төбәк һәм муниципаль власть органдарының эшләү сифатын яҡшыртыу өсөн яңы ҡарарҙар табыу һәләтенә бәйле.

Бергәләп беҙгә бөтә ауырлыҡтарҙы еңә һәм Рәсәйҙе алдынғы, сәскә атыусы дәүләт итә алырыбыҙға иманыбыҙ камил. Беҙҙең алға китеүебеҙгә, төбәктәр һәм тотош илдең динамикалы һәм тотороҡло социаль-иҡтисади үҫешенә гарант булып Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы хеҙмәт итә.

Ҡәҙерле яҡташтар! Ысын күңелдән Һеҙгә иртәгәһе көнгә ышаныс, бер-берегеҙгә ҡарата яҡшы мөнәсәбәт, һаулыҡ, бәхет, район мәнфәғәтендә уңыштар теләйбеҙ.