Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
20 Ноябрь 2018, 12:00

Ҡатындарға тейешле хөрмәт күрһәтелде

Полиция көнөндә Мәсетле районы буйынса эске эштәр бүлеге ветерандары һәм уларҙың ҡатындары өсөн байрам ойошторолдо.

Тәүҙә, тантаналы өлөштә, эске эштәр бүлеге ветерандары советы ҡарары буйынса “Офицер ҡатыны” иҫтәлекле миҙалдары тапшырылды.

Офицер ҡатыны булыу – ул почетлы ғына түгел, ә бик ҙур яуаплылыҡ та. Полиция хеҙмәткәре ҡатыны тормош юлдашының хеҙмәт ауырлыҡтарын уның менән бергә күтәреү менән бер рәттән, ышаныслы тыл булдыра, хәстәрлек күрә. Миҙал нәҡ ошондай ҡатындарға рәхмәт белдереү йөҙөнән булдырылған да инде.

Шулай уҡ был көндө “Рәсәй МВД-һының кадрҙар хеҙмәтенә 100 йыл”, “Рәсәй МВД-һы штаб подразделениеларына 100 йыл”, “Рәсәй МВД-һының енәйәтселәрҙе эҙләү бүлегенә 100 йыл” юбилей миҙалдары тапшырылды.

Айгөл ШАРАПОВА әҙерләне.