Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
19 Ноябрь 2018, 16:00

Өфөнән Зәйнетдиновтар ғаиләһе Башҡортостанда социаль яҡтан иң әүҙем ғаилә тип танылды

Республикабыҙҙа билдәле ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдиновтың ғаиләһе Башҡортостанда социаль яҡтан иң әүҙем ғаилә тип танылды.

Улар «Өлгө ал» республика конкурсында еңеү яуланы. Унда Башҡортостандың 43 ҡала һәм районынан йәмғиәткә файҙа килтергән, ауылды, ҡаланы йәки районды үҫтереүгә үҙ өлөшөн индергән 107 ғаилә ҡатнашты. Барлыҡ ғаилә ағзаларының социаль яҡтан әүҙем булыуы төп шарттарҙың береһе ине. Ғаиләләр өс этапта интернетта тауыш биреү юлы менән, шулай уҡ Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Анна Кузнецова етәкселегендәге махсус комиссия тарафынан һайлап алынды.



«Бөгөн бөтә ғаиләләр ҙә еңеүсе. Барығыҙ ҙа шундай матур, ижади һәм әүҙем. Һеҙҙең хаҡта фильмдар төшөрөргә, мәҡәләләр яҙырға кәрәк. Булғанығыҙ өсөн рәхмәт», — тине Анна Кузнецова, финалға сыҡҡан ғаиләләргә мөрәжәғәт итеп.

Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Зәйнетдиновтар ғаиләһенә автомобиль һатып алыу өсөн 600 мең һумлыҡ сертификат тапшырҙы. Конкурстың финалына сыҡҡан башҡа ғаиләләрҙең балалары, ҡиммәтле бүләктәрҙән тыш, «Орленок» халыҡ-ара балалар мәғариф үҙәгендә ял итеүгә сертификаттар менән бүләкләнде.


Миңлеғәфүр Зәйнетдинов «Башинформ» агентлығына ғаиләһенең конкурста еңеүенә өмөтләнеүе, ләкин сәхнәнән иғлан иткәнсе быға ышанмауы хаҡында һөйләне.