Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
13 Ноябрь 2018, 19:00

Ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре – үҙ еренә бирелгән кешеләр

Үткән йома Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө хөрмәтенә тантаналы йыйылыш үтте.

Был көндө район Мәҙәниәт һарайында Ватан мәнфәғәтендә оҙаҡ йылдар хеҙмәт иткән, үҙ районының ауыл хужалығына күп йылдарын биргән, шулай уҡ күптән түгел генә үҙен ер эшенә бағышларға ҡарар иткәндәр йыйылды.

Уларҙы ҡотлап БР ауыл хужалығы министры урынбаҫары Павел Иофинов, Мәсетле районы хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин, уның ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Вадим Саҙиҡов, район Советы рәйесе Эдуард Бәҙретдинов, Мәсетле мәғлүмәт-консультация үҙәге директоры Владимир Филимонов һәм “Социум” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге директоры Флүр Дусмөхәмәтов сығыш яһаны.

Райондың ауыл хеҙмәтсәндәре адресына рәхмәт һәм ихлас ғорурланыу һүҙҙәре яңғыраны. Ныҡышмалы хеҙмәттәре менән хеҙмәтсәндәр тармаҡта юғары күрһәткестәргә өлгәшә. Быйыл улар тарафынан 38577 га ауыл хужалығы культуралары, шул иҫәптән 22749 га иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары, 13549 га мал аҙығы, 1408 га техник культуралар, 1 га картуф сәселгән.

Башҡортостан Республикаһында йыйылған өс миллион өс йөҙ мең тонна иген һәм ҡуҙаҡлы иген культураларының 31 мең тоннанан ашыуын республика бураһына беҙҙең район хужалыҡтары индерҙе. Шуның менән бергә эшләп еткергәндән һуң уңыш гектарынан 14,3 ц тәшкил итте.

Районда бөгөн 13678 баш һыйыр малы бар, уларҙың 2738 башы ауыл хужалығы предприятиеларында, 3080 башы КФХ-ларҙа һәм 7860-ы шәхси хужалыҡтарҙа.

2018 йылдың 10 айында район буйынса 20658 т һөт етештерелгән, был – үткән йыл кимәлендә. 8532 тонна һөт һатылған.

2018 йылда беҙҙең район ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәре тарафынан субсидиялар рәүешендә бөтә кимәлдәге бюджеттарҙан 34 млн һум алынған, шул иҫәптән крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары тарафынан –12 млн һум.

Үҫемлекселек һәм малсылыҡ продукцияһы етештереү буйынса бөтә төр милек формаһындағы хужалыҡтар коллективтары араһындағы район ярышына тантаналы шарттарҙа йомғаҡтар яһалды. Ауыл хужалығы предприя-тиеларынан беренсе урын – “Аҡтау”, икенсе – “Ленин-ский”, өсөнсө урын “Йондоҙ” хужалыҡтарына бирелде.

КФХ-лар араһында беренсе урынды – “Попов А. В.”, икенсене – “Зиялтдинов А. М.”, өсөнсөнө “Нәсибуллин Р. Т.” алды.

Шулай уҡ комбайнсылар, үҙйөрөшлө сапҡыстар операторҙары, йөк автомобилдәре водителдәре, мал аҙығы әҙерләүҙәге, иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары сәсеүҙәге, туңға һөрөүҙәге механизаторҙар, машина менән һауыу операторҙары, малсылар, ветеринария белгестәре, урта звено белгестәре һәм ауыл хужалығы производствоһын хеҙмәтләндереүсе белгестәр араһында еңеүселәр билдәләнде.

Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА.


Ҡотлайбыҙ!

Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан бер төркөм ауыл хеҙмәтсәндәре бүләкләнде.

Рәсәй Федерацияһы Ауыл хужалығы министрлығы рәхмәте:

Лилиә Хәмиҙуллина – “Йондоҙ” йәмғиәтенең машина менән һауыу операторы.
Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығы почет грамоталары:

Гагик Аветян – “Урарту” СПоК-һы рәйесе;

Надежда Ватолина – “Ленинский” АПК-һының кадрҙар бүлеге инспекторы;

Зифат Ғиниәтов – “Аҡтау” ЯСЙ-һы водителе;

Николай Сидоров – “Попов А. В.” КФХ-һы механизаторы;

Рафас Хәйретдинов – Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең БР буйынса филиалындағы Балаҡатай район-ара бүлеге төп агрономы;

Рәзимә Шакирова – “Йондоҙ” ЯСЙ-һының машина менән һауыу операторы;

Ольга Йәрмөхәмәтова –ШЭ, “Йәрмөхәмәтова О. М.” КФХ-һы башлығы.
Мәсетле районы хакимиәте почет грамоталары:

Вадик Бәҙретдинов – ШЭ, “Бәҙретдинов В. В.” КФХ-һы башлығы;

Егор Берсенев – “Ленинский” АПК-һы механизаторы;

Владислав Маклецов – “Маклецов В. А” КФХ-һы баш агрономы;

Марат Сәләхов – “Йондоҙ” ЯСЙ-һы комбайнсыһы;

Әлфиә Сәрүәрова – Мәсетле районының ветеринария станцияһы ветеринария санитары;

Александр Федорков – “Ленинский” АПК-һы механизаторы.
Мәсетле районы мәғлүмәт-консультация үҙәге почет грамоталары:

Рәлиф Мофазалов – ШЭ, “Мофазалов Р. М.” КФХ-һы башлығы;

Фидан Сөләймәнов – “Йондоҙ” ЯСЙ-һы механизаторы;

Айнур Хәйретдинов – ШЭ, “Хәйретдинов А. Д.” КФХ-һы башлығы;

Таһир Хәлилов – “Ленинский” АПК-һы механизаторы;

Рәмис Шафиҡов – “Ленинский” АПК-һы механизаторы;

Денис Йәрмөхәмәтов – “Йәрмөхәмәтова О. М.” КФХ-һының машина менән һауыу операторы.
20-се “Алтын көҙ-2018” Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһе миҙалдары:

Алтын миҙал – “Чечил клубок 45% ж.” һәм “Чечил косичка копченый 45% ж.” (“Урарту” , рәйесе Гагик Аветян).

Бронза миҙал – “Үҫемлекселек продукцияһы үҫтергәндә һәм тупраҡтың уңдырышлылығын арттырғанда юғары күрһәткестәргә ирешкән өсөн” конкурсының “Иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары етештереү” номинацияһында “Аҡтау” йәмғиәте, директоры Илдар Ниғәмәтйәнов.

“Үҫемлекселек продукцияһы үҫтергәндә һәм туп-раҡтың уңдырышлылығын арттырғанда юғары күрһәткестәргә ирешкән өсөн” конкурсының “Иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары етештереү” номинацияһында “Йондоҙ” йәмғиәте, директоры Юрис Латыпов.