Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
2 Ноябрь 2018, 19:01

Байрам менән!

Хөрмәтле Мәсетле районы халҡы! Ысын күңелдән һеҙҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотлайбыҙ!

Был дата – беҙҙең күп милләтле халҡыбыҙҙың патриотлыҡ һәм аҡыл символы, Рәсәйҙең бойондороҡһоҙлоғо һәм сыҙамлылығы символы. Бөтә замандарҙа ла беҙҙең илдә иң мөһиме халыҡтың берләшеүе булған. Ул – беҙҙең үткәнебеҙҙе, хәҙергебеҙҙе һәм киләсәгебеҙҙе бәйләүсе тарихи нигеҙ.

Бөгөн Халыҡтар берҙәмлеге көнө рухи ҡиммәттәр: ата-бабаларыбыҙҙың тәрән аҡылына ҙур ихтирам, берҙәмлек, яҡшылыҡҡа ынтылыш, үҙ-ара ярҙамды кәүҙәләндерә. Рәсәй –уртаҡ Ватаныбыҙ, уның киләсәге бөгөн төҙөлә һәм беҙҙең һәр ҡайһыбыҙға бәйле.

Беҙҙең барыбыҙҙы ла намыҫлы хеҙмәт итергә, үҙ көстәребеҙҙе артабан үҫешеүгә һәм сәскә атыуға йүнәлтергә ынтылыш берләштерә. Бер-ҙәмлектә, тырышлыҡтарыбыҙҙы бергә ҡушыуҙа беҙҙең көсөбөҙ. Бергәләп эшләүе лә, дөрөҫ хәл итеү юлдарын табыуы ла еңелерәк.

Оҙаҡ йылдар дауамында Мәсетле районын үҫтереүгә үҙҙәренең ғәйәт ҙур өлөштәрен индергән ветерандарҙы ҡотлайбыҙ! Бөгөн уның мәнфәғәтендә эшләгән һәм хеҙмәт иткәндәрҙең барыһын да ҡотлайбыҙ! Белем туп- лап, һөнәри оҫталыҡ алып, лайыҡлы граждандар булыу бәхетенә ирешкән йәштәрҙе ҡотлайбыҙ!

Ҡәҙерле яҡташтар! Ошо байрам көнөндә ысын күңелдән һеҙгә һаулыҡ, бәхет, дөйөм татыулыҡ һәм именлек, тыуған яғыбыҙ мәнфәғәтендәге хеҙмәтегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ. Балаларыбыҙ һәм ейәндәребеҙ тыныс күк йөҙө аҫтында үҫһен, һәр көн яҡшы өмөттәр һәм яңы ҡаҙаныштар менән нурландырһын!

Район Советы һәм хакимиәте.