Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
16 Октябрь 2018, 18:03

Республика көнө – Башҡортостан көнө

Район Мәҙәниәт һарайында Баш-ҡортостан Республикаһының Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул ителеүҙең 28 йыллығына арналған тантаналы йыйылыш һәм байрам концерты булды.

Фойела БР-ҙың дәүләт эшмәкәре, БАССР-ҙың Юғары Советы Президиумы рәйесе Фәйзрахман Зәғәфүрәновтың тыуыуына 105 йыл тулыуға арналған күргәҙмә йәйелдерелгәйне. “Берҙәм Рәсәй”ҙең Йәштәр үҙәге ҡарамағындағы “Йәш гвардия”һы активистары тантаналы йыйылышҡа килеүселәргә Башҡортостан флажоктары таратты.

Концерт залы тамашасылар менән тулы ине. Йыйылыусылар алдында ҡотлау телмәре менән район хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин, БР торлаҡ-коммуналь хужалығы министры урынбаҫары Альфред Зиннәтуллин, район Советы рәйесе Эдуард Бәҙретдинов, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайы депутаты Рәшит Ғәтиәтуллин сығыш яһаны. Эдуард Фәрхетдин улы шулай уҡ йәш мәсетлеләргә төп дәүләт документы – Рәсәй Федерацияһы гражданы паспортын тапшырҙы.

Традиция буйынса Республика көнөнә тап килтереп райондың иң яҡшы хеҙмәтсәндәрен ҙурлап ҡотланылар. Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәттәре һәм район мәҙәниәтенә ҙур өлөш индергәндәре өсөн БР Мәҙәниәт министрлығының Рәхмәт хатына лайыҡ булдылар: мәҙәниәт бүлегенең баш белгесе Лариса Худякова, Балалар сән- ғәт мәктәбенең “Һынлы сәнғәт” бүлеге уҡытыусыһы Айгөл Мөхәмәтова, Ишәле ауыл клубының мәҙәни ойоштороусыһы Резида Ғәлимова һәм 27-се Оло Ыҡтамаҡ филиалы китапханасыһы Людмила Крючкова.

Район Хакимиәтенең Почет грамоталары Мәсетле районы буйынса мәшғүллек үҙәге инспекторы Анира Батталоваға, “Рәсәй Һаҡлыҡ банкы”ның урындағы бүлексәһе етәксеһе урынбаҫары Наталья Вәликаеваға, Оло Аҡа амбулаторияһының дөйөм практика табибы Азат Ғафаровҡа, район хакимиәте башлығының төҙөлөш, иҡтисади үҫеш һәм йәшәйеште тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Азамат Ҡәләмовҡа, Ләмәҙтамаҡ ауыл клубы китапханасыһы Илгизә Лоҡмановаға, “Тепловик” йәм-ғиәте мастеры Артур Миндиәхмәтов-ҡа, Оло Ыҡтамаҡ Башҡорт гимназияһы водителе Илшат Нәсибуллин- ға, 1-се лицей секретары Татьяна Храмцоваға тапшырылды.

Район хакимиәтенең Рәхмәт хаттары менән “Тепловик” йәмғиәте водителе Илдар Исламов, үҙәк район дауаханаһының фельдшер-лаборанты Людмила Луканина, Мәсетле районы буйынса мәшғүллек үҙәге водителе Рәис Мофазалов, Х. Я. Фәтҡуллин исемендәге Дыуан-Мәсетле мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы Флорида Сәлихова, Яуыш ауыл клубының художестволы етәксеһе Лилиә Солтанова, район мәғариф бүлегенең баш бухгалтеры Миләүшә Фәрхетдинова, Пенсия фонды идаралығы начальнигы урынбаҫары, пенсиялар тәғәйенләү, ҡайтанан иҫәпләү һәм түләү һәм страховкаланған шәхес- тәрҙең пенсия хоҡуҡтарын баһалау бүлеге начальнигы Әлфирә Фәтхлисламова бүләкләнде.

Тантаналы йыйылыш байрам концерты менән тамамланды: сәхнәнән көйҙәр ағылды, йырҙар һәм район ижади коллективтарының бейеү композициялары башҡарылды.

Айгөл ШАРАПОВА.