Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
10 Октябрь 2018, 12:02

Уҡытыусылар көнөндә район Мәҙәниәт һарайында педагогтарҙы ҙурлап ҡотланылар

Тантаналы сара барышында үҫеп килеүсе быуынды уҡытыуҙа һәм тәрбиәләүҙә ирешкән уңыштары һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәттәре өсөн иң яҡшы педагогтарға республика һәм район наградаларын тапшырҙылар.

Теләш мәктәбенең физкультура уҡытыусыһы Ирек Мәғәрүф улы Ғәлимов һәм 1-се Оло Ыҡтамаҡ лицейының биология уҡытыусыһы Ирина Мәжит ҡыҙы Ҡәнипова “Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы” күкрәккә тағыла торған билдәһе менән наградланды.

Әләгәҙ мәктәбенең математика уҡытыусыһы Лариса Рәҡип ҡыҙы Ғәлләүева һәм Оло Ыҡтамаҡ ауылының “Светлячок” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Светлана Юрьевна Коробкинаға Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының почет грамоталары тапшырылды.

Әләгәҙ мәктәбенең башланғыс клас- тар уҡытыусыһы Эльмира Рафаҡ ҡыҙы Зәләева менән Оло Ыҡтамаҡ ауылының “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Зөләйха Фрат ҡыҙы Мөхтәрова, балалар сәнғәт мәктәбенең хореография класы буйынса уҡытыусыһы Лилиә Әмирйән ҡыҙы Аллаярова, 1-се Оло Ыҡтамаҡ лицейының информатика һәм математика уҡытыусыһы Зөлфиә Миҙхәт ҡыҙы Хәйруллина БР Мәсетле районы муниципаль районы хакимиәтенең почет грамоталары менән бүләкләнде. 1-се Оло Ыҡтамаҡ лицейының социаль педагогы Зөлфиә Ғифәт ҡыҙы Ғилманшинаға район хакимиәтенең Рәхмәт хаты тапшырылды.

Теләш мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Ләйсән Иштуған ҡыҙы Айсина, Оло Ыҡтамаҡ ауылы “Миләш” балалар баҡсаһы педагог-психологы Анфиса Ранис ҡыҙы Балағетдинова, Түбәнге Туҡбай ауылы мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Гөлфирә Ғәлимйән ҡыҙы Вәлиева, Кесе Ыҡтамаҡ ауылы “Дюймовочка” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Людмила Викторовна Ғарипова, Оло Аҡа мәктәбе директорының тәрбиә эше буйынса урынбаҫары, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Лариса Радамир ҡыҙы Ғибәҙуллина, Оло Ыҡтамаҡ Башҡорт гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зилиә Закирйән ҡыҙы Фәт-ҡуллина район мәғариф бүлегенең почет грамоталарына лайыҡ булды.

Район хакимиәтенең мәғариф бүлеге начальнигы Илдар Мәҡсүт улы Ғәлимов һәм Яңы Мөслим мәктәбе мөдире Альберт Рәфҡәт улы Йыһаншин Башҡортостан Республикаһы Профсоюздары федерацияһының почет грамоталары менән наградланды. Ләмәҙтамаҡ мәктәбе мөдире Фирҙәүес Фердинанд ҡыҙы Ҡотлоева, Ҡорғат мәктәбе директоры Рөстәм Барый улы Фәтихов, Пионерҙар һәм уҡыу-сылар йортоноң тәүге профсоюз ойошмаһы рәйесе, өҫтәмә белем биреү педагогы Лилиә Мансур ҡыҙы Мөхөбуллина һәм 1-се Оло Ыҡтамаҡ лицейы тәүге профсоюз ойошмаһы рәйесе Зөлфиә Ғифәт ҡыҙы Ғилманшина РФ халыҡ мәғарифы һәм фән хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостан республика ойошмаһы почет грамоталары менән бүләкләнде.

Шулай уҡ “Класс етәксеһенең бишенсе сиреге” район конкурсы еңеүселәре мәғариф бүлеге дипломдары менән билдәләнде. Улар: Татьяна Владимировна Сычкина (1-се лицей), Гөлназ Рәүф ҡыҙы Муллағәлиева (Башҡорт гимназияһы) һәм Ынйы Азат ҡыҙы Шәрипова (1-се лицей).