Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
10 Октябрь 2018, 14:08

Ҡәҙерле Мәсетле районы халҡы! Республика көнө уңайынан иң ихлас ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!

11 октябрҙә Башҡортостан Республикаһы үҙенең төп дәүләт байрамы – Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул ителеүҙең сираттағы йыллығын билдәләй!

Башҡортостан – хозур төбәк, һәм беҙ хаҡлы рәүештә уның ҡабатланмаҫ тәбиғәте һәм бай тарихы менән ғорурланабыҙ. Бөгөн беҙ үҙҙәренең көсөргәнешле хеҙмәттәре, тиңе булмаған батырлыҡтары һәм ижади ҡаҙаныштары менән тыуҙырған һәм ошо ерҙә булған нәмәләрҙе һаҡлап ҡалған ата-бабаларыбыҙға оло хөрмәт күрһәтәбеҙ.

Был байрамды беҙ үҙ көсөбөҙгә ышаныс менән, һәр беребеҙҙең хеҙмәте республикабыҙға сәскә атыу һәм муллыҡ килтерәсәгенә ышанғанлыҡ менән ҡаршы алабыҙ. Яҡташтарыбыҙҙың яуаплылығы һәм эшсәнлеге, юғары ватансылыҡ хисе, шулай уҡ үҙ-ара ихтирам һәм бер-береңә ҡарата толерантлыҡ арҡаһында республикабыҙҙа өҫтөнлөклө социаль бурыстар ваҡытында хәл ителә, ҡала һәм райондар төҙөкләндерелә, ауыл хужалығы һәм төбәк иҡтисады тотороҡло темптар менән үҫешә.

Ҡәҙерле мәсетлеләр, ошо байрам көнөндә һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, ижади илһам, шатлыҡтар, бәхет, барлыҡ яҡшы башланғыстарығыҙҙа уңыштар һәм ғаилә именлеге теләйбеҙ!

Тыуған районыбыҙ һәм республикабыҙ үҫһен һәм сәскә атһын, яңы мөмкинлектәр һәм еңеүҙәр насип итһен!

Байрам менән, Республика көнө менән!

Район Советы һәм хакимиәте.