Педагог булыу – тәғәйенләнеш, яҙмыш! Йәмғиәт алдындағы яуаплылығы буйынса һеҙҙең һөнәргә тиң профессиялар күп түгел. Балаларҙы аңлай һәм ярата белеү – юғарынан бирелгән һәләт. Даими рәүештә рухи һәм физик көстәрҙе сарыф итеүгә, бер туҡтауһыҙ ижади эҙләнеүгә дусар итеүсе һәләт. Уҡыусыларҙың һәр береһенә һеҙ үҙ белемегеҙ, йылығыҙ һәм һөйөүегеҙҙең бер өлөшөн бирәһегеҙ. Һеҙ балаларға үҙҙәрен танып белергә һәм үҙ көстәренә ышанырға ярҙам итәһегеҙ, уларға күңелегеҙҙе һәм белемегеҙҙе һалаһығыҙ. Үҙ аллы фекер йөрөтөргә һәм ҡарарҙар ҡабул итергә, ә иң мөһиме – яҡшылыҡҡа, шәфҡәтлелеккә һәм ватансылыҡҡа өйрәтәһегеҙ, шунһыҙ улар яҡшы кеше булып үҫмәйәсәк. Мәсетле районы педагогтарының эше иң юғары баһаға лайыҡ. Уҡытыусылар булдырған йылы атмосфера арҡаһында балалар күп кенә уңыштарға өлгәшә. Беҙҙең район үҙ уҡыусыларының төрлө фән, мәҙәниәт һәм спорт өлкәләрендәге ҡаҙаныштары менән данлана. Балаларыбыҙҙың уңыштары – һеҙҙең хеҙмәт һөҙөмтәһе.
Хөрмәтле уҡытыусылар, хеҙмәтегеҙ, изгелегегеҙ һәм түҙемлегегеҙ, эскерһеҙлегегеҙ һәм йәм-ғиәттең киләсәге – балаларыбыҙ өсөн яуаплылығыҙ өсөн рәхмәт һүҙҙәрен ҡабул итегеҙ! Был байрам көнө һеҙгә бик күп ыңғай хис-тойғолар бүләк итһен. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, күңел көсө, ижади уңыштар һәм уҡыусыларығыҙҙың ихлас яратыуын теләйбеҙ. Балаларға йомарт өләшкән күңел йылығыҙ үҙегеҙгә рәхмәттәр һәм тәрбиәләнеүселәрегеҙҙең уңыштары булып әйләнеп ҡайтһын!
Район Советы һәм хакимиәте.
Һөнәри байрам – Уҡытыусылар көнө менән ихлас ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Уҡытыусы, тәрбиәсе – ул профессия ғына түгел, ул тәрән рухи йөкмәтке менән тулы булмыш һәм көн һайын һеҙҙән эшкә мөкиббән китеп бирелеүеңде, бар көсөңдө тулыһы менән шуға биреүеңде, яуаплылыҡ, балаларға ҡарата һөйөү, изгелеклелек, тәрән аҡыл һәм түҙемлек талап итә.
Бөгөн мәғариф системаһын камиллаштырыу мәсьәләләре дәүләт сәйәсәтенең өҫтөнлөгө булып тора, сөнки үҫеп килеүсе быуындың яҙмышы, ә тимәк, илебеҙҙең киләсәге нәҡ уҡытыусыларға, тәрбиәселәргә бәйле.
Үҙ илебеҙ педагогикаһының иң яҡшы традицияларына тоғролоғоғоҙҙо һәм ваҡыт менән бергә атлай белеүегеҙҙе, уҡытыу процесына яңы методтарҙы индерә, уҡыусыларғыҙҙа үҙ Тыуған илдәре өсөн ғорурлыҡ, уның тарихына һәм мәҙәниәтенә ҡарата ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләй алыуығыҙ – ошоларҙың барыһын да берләштерә белеүеҙ өсөн ихлас рәхмәт һүҙҙәрен ҡабул итегеҙ.
Һеҙгә һаулыҡ, бәхет, яңы башланғыстарығыҙҙа уңыштар теләйбеҙ!
Мәғариф бүлеге һәм мәғариф хеҙмәткәрҙәре профсоюзы райкомы.