Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
21 Август 2018, 12:12

Ҡорбан ғәйете менән ҡотлайбыҙ!

Мәсетле районының хөрмәтле мосолмандары!Һеҙҙе иң мөһим мосолман байрамдарының береһе – Ҡорбан ғәйете менән ҡотлайбыҙ!

Быуаттар дауамында был көн мәрхәмәтлек, ғәҙеллек һәм үҙ-ара ярҙамлашыу, татыулыҡ һәм күңел гармонияһына ирешеү ваҡыты булып тора.

Рух тантанаһын һәм әхлаҡи таҙалыҡты кәүҙәләндергән Ҡорбан ғәйете исламдың әхлаҡи ҡиммәттәрен– дингә тигеҙ ҡараш, яҡындарыңа һөйөү, хәстәрлек һәм бөтәһен дә ихтирам итеүҙе сағылдыра.

Ул ололарҙы хөрмәтләргә, мохтажлыҡта йәшәүселәргә ярҙам итергә, яҡындарың тураһында хәстәрлек күрергә, балаларҙы изгелекле һәм тәүфиҡлы итеп тәрбиәләргә өйрәтә.

Изге Ҡорбан ғәйете Мәсетле районы мәнфәғәтендә яңы ҡаҙаныштарға көс өҫтәһен, бөтә башланғыстарҙа уңыштар килтерһен, һәр беребеҙҙең йөрәген шатлыҡ һәм ҡәнәғәтлек тойғоһо менән тултыр-һын. Ныҡлы һаулыҡ, һәр бер өйгә тыныслыҡ, именлек һәм һөйөү теләйбеҙ!

Район Советы һәм хакимиәте.

* * *

Президент һайлауға әҙерлек һәм уны үткәреү осоронда һөҙөмтәле һәм уңышлы эшләгәне өсөн 2615-се һанлы Әб-дрәхим ауылы участка һайлау комиссияһы рәйесе Фларида Мөхәмәтхәй ҡыҙы Ғәҙелшина Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.