Мәсетле тормошо
+15 °С
Облачно
Ҡотлайбыҙ!
19 Июля 2018, 13:43

Иң яҡшы сығарылыш уҡыусыларына башлыҡ премияһы

Районда традиция буйынса дөйөм белем биреү ойошмаларын тамамлаусы иң яҡшы биш уҡыусыға муниципаль берәмек башлығы премияһы тапшырылды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Уҡыусыларҙы дәртләндереүҙең ошондай формаһы барлыҡҡа килгәндән алып ете йыл эсендә тәүге тапҡыр биш еңеүсе лә – Оло Ыҡтамаҡ лицейын тамамлаусылар. Улар Илшат Әхмәтшин, Резеда Кинйә-баева, Егор Русинов, Әлфиә Бикташева һәм Азамат Мофазалов.

Егет-ҡыҙҙарҙы һәм уларҙың ата-әсәләрен бүләкләү өсөн оператив кәңәшмәгә саҡырҙылар.

Был көндө сығарылыш уҡыу-сылары адресына бик күп матур теләктәр яңғыраны.

Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районы муниципаль районы хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин балалар-ҙы сығарылыш имтихандарын уңышлы тапшырыуҙары һәм юғары ҡаҙаныштарға ирешеүҙәре менән ҡотланы. Шулай уҡ киләсәктә лә һынауҙар-ҙы уңышлы үтеүҙәрен һәм һөнәр алыу өсөн һайлаған уҡыу йорттарына инеүҙәрен теләне, тыуған райондарына дипломлы белгестәр булып ҡайтыу-ҙарына ышаныс белдерҙе. Шулай уҡ ул яҡшы башланғыстар-ҙы лайыҡлы дауам итеүселәр- ҙе тәрбиәләгән, аҡыллы, һәләтле балалар үҫтергән ата-әсәләргә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

2017-2018 уҡыу йылында Мәсетле районы мәктәптәренән 20 уҡыусы “Уҡыуҙағы ҙур уңыштары өсөн” миҙалы менән тамамланы.

1-се Оло Ыҡтамаҡ лицейы: Әлфиә Бикташева, Резеда Кинйәбаева, Елизавета Крючкова, Вадим Собханҡолов, Ирина Хурамшина, Ғәлиәскәр Ғибәҙуллин, Луара Ғибәҙуллина, Егор Русинов, Алина Фәхрәзиева, Алина Йәрмөхәмәтова.

Оло Ыҡтамаҡ ауылының Башҡорт гимназияһы: Диана Әхмәтханова, Вероника Шакирова, Алиса Аҡмалова, Лариса Абдулхаева, Лиана Ханова.

Түбәнге Бобин мәктәбе: Дарья Рулева.

Әләгәҙ мәктәбе: Илшат Сәйәров, Ильвина Миндиәхмәтова.

Яңы Мишәр мәктәбе: Фидәлиә Ғайсина, Илзида Яхина.