Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
9 Июль 2018, 17:38

Мөхәббәттә һәм тоғролоҡта…

“Ғаилә – ул өй. Ғаилә – ул мөхәббәт һәм тоғролоҡ хакимлыҡ иткән донъя. Унда шатлыҡ та, ҡайғы ла уртаҡ. Ул ғөрөф-ғәҙәт һәм йолалар. Ул – ҡәлғә, уның диуары артында тик тыныслыҡ һәм мөхәббәт кенә хөкөм һөрөргә тейеш”…

Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арналған байрам кисәһе Оло Ыҡтамаҡ ауылында ошондай һүҙҙәр менән башланды. Тантаналы кисәне ҡотлау һүҙҙәре менән район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте һәм спорт бүлеге начальнигы Илнур Вәлиев асты.

Был байрамдың бик наҙлы символы бар – ул аҡ сәскә. Был ялан сәскәһе борон-борондан мөхәббәт символы булып иҫәпләнә. Унан тыш, был көндө өлгөлө ғаиләләргә “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” миҙалын тапшыралар. Быйыл әлеге миҙалға Теләш ауылынан Дәүләтшиндар ғаиләһе лайыҡ булды. Ғаилә башлығы Альфред Сәлим улы ғүмере буйына колхозда водитель, ҡатыны – Лилиә Яхъя ҡыҙы ауыл фельдшер-акушерлыҡ пунктында патронаж туташы булып эшләгән. Улар үҙҙәренең өс балаһын бағып үҫтергән, ә хәҙер ҡарауға дүрт бала алып тәрбиәләйҙәр. Был ғаилә – мөхәббәт һәм ихтирам өлгөһө.

Кисәлә ауыл һәм район тормошонда әүҙем ҡатнашыусы юбиляр ирле-ҡатынлыларҙы ла ҙурлап ҡотланылар. Улар Мәрйәм һәм Урал Әзизовтар, Римма һәм Вәҡиф Зәйнетдиновтар, Рәфисә һәм Ямалетдин Мөхәмәтйәновтар.

Төп геройҙар, әлбиттә, күп балалы Эльвира һәм Булат Йыһаншиндар, Гүзәл һәм Әнис Ҡазыхановтар, Эльмира һәм Сергей Жильцовтар, Наталья һәм Дмитрий Ершовтар, Ирина һәм Виктор Исаевтар, Регина һәм Ратмир Ғиниәтуллиндарҙың ғаиләләре булды.

Үҙ таланттарын балаларына ла тапшырыусы Зилиә һәм Илфат Йосоповтар, Илмира һәм Илгиз Ғәләевтар һәм башҡа ижади парҙар байрамды биҙәне.

Байрам сараһында ҡатнашҡандар “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Ҡала мөхите” проектына ярашлы Ғаилә скверының тәүге ташын һалыу тантанаһына шаһит булды. Уны һалыу хөрмәтенә бер көн алда ғына никахтарын теркәүсе Светлана һәм Михаил Лукьяненколар лайыҡ булды.

Байрамдың иң оҙаҡ көтөп алған мәле, һис шикһеҙ, коляскалар парады ине. Сараның иң йәш ҡатнашыусыларының “транспорттары” сағыу һәм юмор менән биҙәлгәйне. Футбол буйынса 2018 йылғы Донъя чемпионаты көйәрмәндәренең коляскаһы туп рәүешендә биҙәлгәйне, “Сейәле торт” та майҙан буйлап үтте. Ата өйрәк етәкселегендәге өйрәктәр ғаиләһе бик үҙенсәлекле һәм ҡыҙыҡлы булып күренде. Коляскаларын биҙәүгә һәр ғаилә үҙ балаһына ҡарата һөйөүен һәм йылылығын һалған һәм фантазияһын эшкә еккән.

Коляскалар парады еңеүсеһе дипломдарына Эльвира һәм Радик Хурамшиндар, Алена Баһауетдинова, Татьяна Ледянкина, Ғәзинур Ғибәҙуллин, Гүзәлиә Әхмәтханова лайыҡ булды.

Байрам һуңында һауаға пар күгәрсендәр – мәңгелек мөхәббәт һәм тоғролоҡ символы, шулай уҡ ҡытай фонар-ҙары осоролдо.

Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА.