Беҙҙең ил традицияларға һәм үткән, хәҙерге, киләсәк заман араһындағы ныҡлы бәйләнешкә бай. Билдәле ваҡиғалар, даталар, дәүләт бөтөнлөгөнөң һәм бойондороҡһоҙлоғоноң үҫешенә һәм һаҡланыуына баһалап бөтөргөһөҙ өлөш индергән кешеләр тураһында тарихи иҫтәлектәр быуындан-быуынға күсеп килә. Ысын күңелдән үҙенең Тыуған илен ҡәҙерләп һаҡлаған һәр бер кешегә был байрам үҙенсәлекле көн булып тора.
Бөгөн беҙ үҙебеҙҙең илебеҙ менән ғорурланабыҙ һәм Рәсәйҙең үҫешеүен теләйбеҙ. Һәр беребеҙ үҙенең эштәре менән районыбыҙҙың һәм тотош илдең киләсәктә нығыуына өлөш индерһен ине.
Байрам менән, ҡәҙерле яҡташтар! Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, күк йөҙөнөң тыныс булыуын, иртәгәһе көнгә ышаныс һәм бөтә изге эштәрегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ!
Район Советы һәм Хакимиәте.
Рус түгелмен, ләкин россиян мин
Рус түгелмен, ләкин россиян мин,
Россиян мин – ниндәй ғорурлыҡ!
Ун ғүмерең миңә кәрәк түгел,
Бер яҙмышым шуға торорлоҡ.
Рус түгелмен, ләкин россиян мин,
Россияның һыуын эскәнмен,
Сағылдарҙа имән нисек үҫһә,
Мин был ерҙә шулай үҫкәнмен.
Хаҡлымындыр, тимен, үҙемде әгәр
Сағыл имәненә оҡшатһам, -
Тамырҙарым бит дүрт быуат әүәл
Мәскәү менән барып тоташҡан.
- халыҡ һаны – 146 475 761
- ирҙәр һаны – 67 843 723 (46,3%)
- ҡатын-ҡыҙҙар һаны – 78 632 038 (53,7%)
- иң күп һанлы халыҡтар: урыҫтар – 111,1 млн, татарҙар – 5,4 млн, украиндар – 2 млн, башҡорттар – 1,6 млн, сыуаштар – 1,4 млн, чечендар – 1,4 млн, әрмәндәр – 1,2 млн.
- иң күп ерле халыҡ – ненецтар (45 мең кеше)
- иң аҙ ерле халыҡ – керектар (4 кеше)
- РФ субъекттары: республикалар – 22, крайҙар – 9, өлкәләр – 46, автономиялы округтар – 4, автономиялы өлкәләр – 4, федераль әһәмиәттәге ҡалалар – 3 (Мәскәү, Санкт-Петербург, Севастополь).