Оло Ыҡтамаҡ ауылының Башҡорт гимназияһында тантаналы линейка үтте. Бында ун беренсене тамамлаусы 27 һәм туғыҙынсыны бөтөүсе 60 уҡыусы өсөн иң йылы теләктәр яңғыраны.
Байрам Башҡортостан Республикаһы гимнынан башланды. Мәктәп директоры Зөлфиә Әбүбәкирова уҡыу- сыларға имтихандарға рөхсәт бирелеүе тураһында бойороҡто уҡып ишеттер- ҙе. Балаларҙы, ата-әсәләрҙе һәм педагогик коллективты уҡыу йылының тамамланыуы менән район хакимиәте исеменән баш архитектор Ирина Аҡбашева ҡотланы.
Башҡорт гимназияһының 11-се класс уҡыусылары араһында талантлы һәм уңышлылар бар. Уларҙың бишәүһе “Уҡыуҙағы айырыуса уңыштары өсөн” миҙалына дәғүә итә. Улар, республика олимпиадаларында ҡатнашып, призер-ҙар булған: Диана Әхмәтханова – баш-ҡорт теле буйынса республика олимпиадаһы призеры, Алиса Аҡмалова – уҡыусыларҙың “Дорогами Отечества-2017” республика тыуған яҡты өйрәнеү тикшеренеү эштәре конкурсында ҡатнашыусы, “Ломоносов уҡыуҙары” Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһы призеры, Лиана Ханова – В. И. Вернадский исемендәге Бөтә Рәсәй үҫмерҙәр тикшеренеү эштәре конкурсының II төбәк этабындағы “Иң яҡшы эксперименталь тикшеренеү” номинацияһында еңеүсе, Вероника Шакирова – күп кенә район олимпиадалары, “Минең хыялым” республика иншалар конкурсы, шулай уҡ Аҡмулла уҡыуҙары призеры, Лариса Абдулхаева – башҡорт теле буйынса республика конкурсы призеры.
Сығарылыш уҡыусылары шулай уҡ мәктәп илендәге иң бәләкәстәр – беренсе класс уҡыусыларынан ҡотлауҙар ҡабул итте. Барлыҡ тәүге уҡытыусылары исеменән элекке тәрбиәләнеүселәренә йылы һүҙҙәр менән башланғыс кластар педагогы Рәғиҙә Ғәниева мөрәжәғәт итте.
– Ҡәҙерле балалар! Мәктәптәге тәүге көндәрегеҙҙән алып мин һеҙҙең менән бергә, һеҙҙең яғымлы йылмайыу- ҙарығыҙҙы һәм уҡыуҙағы тәүге еңеүҙәрегеҙҙе хәтерләйем. Бөгөн һеҙ бөтөнләй үҫеп еткәнһегеҙ һәм инде мәктәп менән хушлашаһығыҙ. Мин һеҙҙе ихлас күңелдән ҡотлайым һәм көслө хис-тойғолар, изгелекле, асыҡ һәм шат күңелле булып ҡалыуығыҙҙы теләйем, – тине ул.
Шулай уҡ ҡотлау теләктәре менән сығарылыш уҡыусыларының класс етәкселәре Эльвира Ғәлләмова һәм Флүзә Юнысова сығыш яһаны.
Концерт программаһы – ата-әсә-ләрҙең, дүртенсе кластың тулҡынландырғыс йырҙары, туғыҙынсыларҙың дәртле бейеүе һәм ун беренселәрҙең бик шәп мәктәп вальсы – юғары кимәлдә үтте.
Һуңғы ҡыңғырау тауышын яңғыратыу хоҡуғы тантаналы рәүештә 11-се класты тамамлаусы Анир Ғәлин менән беренсе класс уҡыусыһы Полина Вострокнутоваға бирелде.
Сәскәләр һәм йылмайыуҙар, шатлыҡ һәм һағыш, күҙ йәштәре менән тулы һуңғы ҡыңғырау байрамы. Егеттәр һәм ҡыҙҙар алдында яуаплы мәл – сығарылыш имтихандарын тапшырыу. Уларға уңыштар теләйбеҙ!