Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
2 Ноябрь 2017, 02:00

Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән!

Хөрмәтле мәсетлеләр!Һеҙҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ихлас ҡотлайбыҙ! Был көндө беҙ ҡатмарлы, ауыр һынауҙарҙа Тыуған илен һаҡлаған күп милләтле Рәсәй халҡының, бөтә быуын кешеләренең берҙәмлеген һәм ватансылығын хөрмәтләп иҫкә алабыҙ. Дөйөм үткәнебеҙ, берҙәмлек, ойош-ҡанлыҡ, юлдың уртаҡ булыуын аңлау арҡаһында Рәсәй тарихына иң сағыу биттәр – хәрби батырлыҡтар, ғәйәт ҙур эштәр, мәҙәни һәм фәнни ҡаҙаныштар яҙылған. Беҙ элек эшләгәндәрҙән бөйөк ил алдыҡ һәм беҙҙең бурыс – хәҙерге йәмғиәттә ныҡлы тыныслыҡ урынлаштырыу. Беҙ тыныс ваҡытта йәшәйбеҙ һәм был – оло бәхет. Беҙҙең бөтә көс ижади хеҙмәт итеүгә йүнәлтелгән. Бөгөн власть, йәмғиәт, бизнес бергәләп ябай булмаған бурыстарҙы хәл итергә тейеш. Беҙ, бөтә көсөбөҙҙө, хеҙмәтебеҙҙе берләштереп, төбәгебеҙҙе уңышлы итә алабыҙ, сөнки халыҡтар берҙәмлеге – ул бөйөк көс. Хөрмәтле дуҫтар, һеҙгә ысын күңелдән ныҡлы һаулыҡ, бәхет, именлек, тыуған Башҡортостаныбыҙ һәм Ватаныбыҙ именлегенә хеҙмәт уңыштары теләйбеҙ! Район Советы һәм Хакимиәте. * * * Волга буйы федераль округында йәшәүселәрҙең барыһын да Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотлайым! Дәүләтебеҙҙең көсө, сәскә атыу һәм үҫеү нигеҙҙәре халыҡтар бер-ҙәмлегенә ҡайтып ҡала. Күп йылдар дауамында Волга буйы төрлө милләт һәм дин кешеләренең тыныс һәм килешеп йәшәү өлгөһө булып тора. Беҙҙең бурыс – кешеләрҙең тыныслығы һәм именлеге, социаль тотороҡлоҡ һәм йәмғиәттә аңлашыусанлыҡ хаҡына ошо уникаль берҙәмлекте һаҡлау һәм арттырыу. Тарих беҙҙе ауыр минуттарҙа ғына түгел, ә тыныс тормошта ла тырышлыҡтарҙы берләштерергә өйрәтә – дәүләтте үҫтереп, ижтимағи мөнәсәбәттәрҙе нығытып һәм үҙебеҙҙе камиллаштырып ҡына алға барырға мөмкин. 1612 йылда илебеҙҙең бөтөнлөгөн һәм бойондороҡһоҙлоғон һаҡлап ҡала алған бөйөк ата-бабаларыбыҙға тейешле баһа биреп, бөгөн Ватаныбыҙ өсөн беҙ яуаплы икәнлекте онотмайыҡ. Әйҙәгеҙ, уны бергәләп яратайыҡ һәм һаҡлайыҡ! Байрам менән, ҡәҙерле дуҫтар! Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән! Михаил Бабич, Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле.