Мәсетле тормошо
-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Күсмә редакция
7 Август 2020, 12:10

Төп байлыҡ – беҙҙең халыҡ

Гәзит уҡыусыларыбыҙҙы Мәсетле районының ауыл биләмәләре һәм ундағы тормош менән таныштырыуҙы дауам итәбеҙ.Ләмәҙтамаҡ ауыл советы хакимиәте башлығы Раил Низамов ошо ауыл биләмәһенә ҡараған торама пункттарҙа йәшәүсе халыҡ, башҡарылған эштәр һәм киләсәккә пландары менән уртаҡлашты.

“Ләмәҙтамаҡ ауыл биләмәһенә дүрт торама пункт ҡарай: Һабанаҡ, Ҡотош, Ләмәҙтамаҡ, Һөләймән. Ауыл биләмәһенең үҙәге Ләмәҙтамаҡта урынлашҡан. Биләмә район үҙәгенән 22 км алыҫлыҡта ята. Ерҙәренең дөйөм майҙаны – 10815 гектар.
Ауыл биләмәһе территорияһында өс мәктәп, өс ФАП, дүрт мәсет, өс балалар баҡсаһы, өс клуб, өс китапхана, почта бүлексәһе урынлашҡан, 13 шәхси эшҡыуар һәм крәҫтиән (фермер) хужалығы эшләй, дүрт уйын-спорт майҙансығы бар.
Ауыл биләмәһендә эре ауыл хужалығы предприятиеларынан “Үҙәк” МТС-ы, “Аҡтау” йәмғиәте, “Хәйретдинов”, “Йәрмөхәмәтов”, “Хафизов” крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары ауыл хужалығы продукцияһы етештерә.
Эшҡыуарҙар ауылдарҙа эш урындары булдыра. Халыҡ мал, йорт ҡоштары, бал ҡорттары ҡарай.
Бар ауылдарҙа ла сауҙа нөктәләре эшләй. Уларҙы тотоусы шәхси эшҡыуарҙар мәҙәни-ял сараларында бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтә.
Ауыл биләмәһендә “Берҙәм Рәсәй” Бөтә Рәсәй сәйәси партияһының “Реаль эштәр” проекты әүҙем ғәмәлгә ашырыла. Быйыл, мәҫәлән, уның ярҙамында Ләмәҙтамаҡ клубы территорияһы яңынан заманса материалдар менән кәртәләнде.
2019 йылда республика программаһы ярҙамында ауылдар урамдарын, мәғариф учреждениелары эргәләрен яҡтыртыу системаһын яҡшыртыу буйынса 15 бағана, туғыҙ яҡтыртыу нөктәһе урынлаштырылды. 2020 йылда Ҡотош ауылында урамдарҙы яҡтыртыу системаһына капиталь ремонт эшләнде.
Ауыл биләмәһе территорияһында ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыуҙың яңы системаһына күсеү әүҙем алып барыла. Әлеге мәлдә ауыл биләмәһе торама пункттары өсөн 38 контейнер алынды. Тағы 20 контейнер килтерелергә тейеш. Улар өсөн майҙансыҡтар ҡуйыу һәм уны көпләү эше 2021 йылға “Баш-ҡортостан Республикаһында ауыл территорияларын үҫтереү” программаһына инде.
2016 йылдан “Урындағы башланғыстарға ярҙам” программаһында әүҙем ҡатнашабыҙ. Быйыл да унан ситтә ҡалманыҡ: Вафа Әхмәҙуллин исемендәге Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбендә тәҙрәләрҙе алмаштырыу өсөн уҡытыусылар һәм ата-әсәләр көсө менән 327 мең һум аҡса йыйылды.
Һөләймән ауылы старостаһы Флорид Зәйнетдинов 2019 йыл эшмәкәрлеге йомғаҡтары буйынса “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” район конкурсында еңеүсе тип табылды. Уның тәҡдиме менән Һөләймәндә зыяратты кәртәләү буйынса эш ойошторолдо. Аҡсаны ауыл халҡынан йыйҙылар, шулай уҡ ошо ауылда тыуып-үҫеп, бөгөн ситтә йәшәгән һөләймәндәр ҙә был изге эштән ситтә ҡалманы. Барлығы 260 000 һум йыйылды. Зыярат территорияһын тимер бағаналар һәм сетка менән кәртәләп алдылар, ҡапҡа ҡуйҙылар. Был эштәр барыһы ла шәмбе өмәләрендә башҡарылды. Ҡатын-ҡыҙҙар буятыу эше менән булды. Быйыл староста Флорид Зәйнетдинов Урындағы үҙидара көнө уңайынан муниципаль берәмектәр советы ассоциацияһы почет грамотаһы менән бүләкләнде.
Ҡотош ауылы старостаһы Әхмәтнур Хафизов ҡотоштар-ҙың йәшәйешендә мөһим роль үтәй. Ул – “Ҡотош ҡыҙҙары” байрамы инициаторы һәм ойоштороусыларҙың береһе. Шәмбе өмәләре һәм күләмле саралар унан башҡа уҙмай. Быйыл урындағы үҙидара көнө уңайынан Әхмәтнур Хафизовтың эшмәкәрлеге грамота менән баһаланды.
Ауыл биләмәһендәге халыҡ ижади яҡтан һәләтле һәм дәртле. Һөләймәндә халыҡтың тырышлығы менән йөрәк формаһында арт-объект эшләп ҡуйылды. Уны тимерҙән изделиелар сүкеп яһау менән шөғөлләнгән шәхси эшҡыуар Марат Хажиев яһап бирҙе.
Һабанаҡта Айнур Зәбихуллиндың тәҡдиме менән “Мин Һабанаҡты яратам” арт-объекты барлыҡҡа килде. Айнур дуҫтары менән аҡса йыйып, материалдар алды. Шулай уҡ Һыйыртауҙа, шиғыр яҙып, таш ҡуйҙылар. Был ваҡиғалар 2019 йылда уҙғарылған “Мир ҡорбаны” сараһы алдынан булды.
Ауылдар халҡы төҙөкләндереү буйынса шәмбе өмәләрендә һәм сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Ҡотош халҡы тырышлығы менән 1 Май урамында аллея булдырылды. Уны Ирина һәм Урал Әхмәҙуллиндар ойоштороп йөрөнө. Барлығы 46 төп шыршы һәм йүкә үҫентеһе ултыртылды. Аллеяны тимер бағана һәм сетка менән кәртәләп алдылар.
Мәсеттәрҙә ғәрәп телен өйрәнеү буйынса дәрестәр уҙғарыла, унда халыҡ бик теләп йөрөй.
Һөләймәндә быйыл яңы мәсет төҙөй башланылар. Уны булдырыу тәҡдиме менән Рафинат Байрамов, Альбина һәм Азат Ғариповтар сығыш яһаны һәм бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтәләр. Шулай уҡ имам Рафинат Байрамов етәкселегендә төҙөлөш материалдары алыу өсөн халыҡтан аҡса йыйыу бара. Әлеге мәлдә төҙөлөшкә документтар әҙерләнә. Ошо көндәрҙә брустан стенаны күтәреү планлаштырыла.
Ауыл биләмәһендә традицион саралар менән бер рәттән, бар халыҡты йәлеп итеп, күләмле байрамдар ҙа ойошторола. Хафизовтарҙың “Батыр” һәм Зәйнетдиновтарҙың “Мираҫ” ғаилә ансамблдәре беҙҙең ғорурлыҡ булып тора. Улар район һәм республика кимәлендәге сараларҙа даими ҡатнашып, призлы урындар- ға сығалар.
Хәтер көнөндә Ләмәҙтамаҡ ауылы зыяратында 49 шыршы үҫентеһе ултыртылды.
Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан Вафа Әхмәҙуллин иҫтәлегенә “Бейек Татр бөркөтө” хәтер кисәһе уҙғарҙыҡ. Сарала яугирҙың улы Роберт Әхмәҙуллин ҡатнашты.
Еңеүҙең 75 йыллығына арналған халыҡ ижады фестиваленә ярашлы, төрлө саралар ойошторолдо, 22 тыл эшсәненә миҙалдар тапшырылды.
Ауыл биләмәһе территорияһында “Мир ҡорбаны”, “Ауылым биҙәге – Һыйыртау”, “Ҡомалаҡ байрамы”, “Ҡарға бутҡаһы” кеүек саралар йыл һайын уҙғарылып тора. Һөләймән ауылы иһә “Башҡорт-остан Республикаһының иң матур ауылы-2018” республика конкурсында беренсе этап еңеүсеһе булып сыҡты.
Афғанстанда хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусылар хөрмәтенә “Тетрәгәндә Кавказ, ыңғырашты Урал” исемле кисә үтте.
Рифат Зиннуров, Мансур Фәтихов, Айрат Тәүәкәлов, Әхмәтйән Әһлисламов, Ришат Бәҙретдинов, Юлдаш Хафизов, Фәнил Йәнтүрин, Айрат Бәҙретдинов, Раил Лоҡманов, Ильяс Мозафаров, ауылдарҙың ҡатын-ҡыҙҙар советтары шәмбе өмәләре уҙғарыуҙа һәм ойоштороуҙа ҙур ярҙам күрһәтәләр. Бигерәк тә Һабанаҡ ауылының ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Рәфисә Әхмәтйәнова менән старостаһы Гөлнәзирә Дәүләтова, Һөләймәндән Фәйрүзә Дусмөхәмәтова айырылып тора.
Шулай уҡ ауылдарҙа “Ағинәйҙәр” һәм “Әхирәттәр” ҡорҙары әүҙем эшләп килә. Улар ҡорҙар рәйестәре Альмира Сәбиғиәрова, Илгизә Лоҡманова, Фәйрүзә Дусмөхәмәтова, Сәлимә Яҡупова етәкселегендә халыҡ йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, башҡорт халҡының традицион кейемен тергеҙеү менән шөғөлләнә.
Ауыл халҡы сәләмәт йәшәү рәүешенә нығыраҡ ылыға бара: клубтар һәм ҡатын-ҡыҙҙар советтары ҡарамаҡтарында төрлө түңәрәктәр ойошторола.
Быйыл Һөләймән ауылы халҡы “Айыҡ ауыл-2020” район конкурсында ҡатнашырға йыйына. 2011 йылда улар “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнашып, батырҙар келәме менән бүләкләнде. Һөләймәндәргә был юлы ла уңыштар теләп ҡалабыҙ”.
“Йәшел Башҡортостан”
акцияһы сиктәрендә ағас ултыртыу.
“Реаль эштәр” программаһы буйынса эштәр бара.
Ләмәҙтамаҡ һәм Һабанаҡ ауылдарының
йыйылма ансамбле.