Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Күсмә редакция
7 Август 2020, 13:00

Хөрмәтле ағинәй

Хәлисә Низамова – Һөләймән ауылының хөрмәтле ағинәйе. Сентябрҙә ул 80 йәшен билдәләйәсәк.

Хәлисә Байрамғәли ҡыҙының бала сағы һуғыш һәм һуғыштан һуңғы ауыр йылдарға тура килә. Һуғыш башланғанда уға әле бер йәш тә тулмаған була. Ғаиләһе был осорҙо бик ауыр кисерә. Хәлисә инәй һуғыш ваҡытында иң тәмлеһе арыш икмәге ине, тип иҫләй. Яҡшы белем ала, әммә ата-әсәһе оло булыу сәбәпле, мәктәптән һуң шунда уҡ һарыҡ фермаһына эшкә урынлашырға мәжбүр була. Оҙаҡ ваҡыт һарыҡ көтә. Намыҫлы хеҙмәте өсөн “Почет билдәһе” ордены менән наградланған.
Ғүмер юлын Хәлисә инәй ошо уҡ ауыл егете Ғәлимйән менән бәйләй. Ул тыуған колхозында механизатор була. Ғаиләлә биш бала тәрбиәләнә. Күп балалы әсә Хәлисә Байрамғәли ҡыҙына “Әсәлек миҙалы” тапшырылған. Балалары барыһы ла тейешле белем алып, бөгөн – хөрмәтле кешеләр.
Хәлисә Низамоваға оҙаҡ йылдар колхозда йәшелсә үҫтерергә тура килә. Ошо осорҙа бигерәк тә 1000 күсән кәбеҫтә үҫтергән хеҙмәт йылы ныҡ иҫендә ҡалған.
Бөгөн ул башҡорт халҡының милли йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, кейемдәрен тергеҙеү һәм һаҡлау өҫтөндә эшләгән “Ағинәйҙәр” ҡоро ағзаһы булып тора. Хәлисә Байрамғәли ҡыҙы ауылда үткәрелгән төрлө сараларҙа мөнәжәттәр уҡый.
Ҡайҙа ғына эшләмәһен, ул һәр ваҡыт яҡшы һөҙөмтәләргә ирешә, ауылдаштары уны намыҫлы һәм фиҙаҡәр хеҙмәткәр булараҡ ҡына түгел, ә яҡшы кеше булараҡ хөрмәт итә. Ағинәй үҫеп килгән йәш быуынға үрнәк булып тора. Уға кәңәшләшергә киләләр, дини ғәмәлдәрҙе үтәргә саҡыралар. Көслө рухлы ябай ауыл ҡатыны тормошона шөкөр итеп, бар нәмәнән ҡәнәғәт булып көн итә.