Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Күсмә редакция
7 Август 2020, 16:00

Барыһы ла ғаиләнән башлана

Рәмзилә һәм Илгизәр Ғилметдиновтар Һабанаҡ ауылында донъя көтә.

Икеһе лә уҡытыусы һөнәрен һайлаған. Рәмзилә Ләмәҙтамаҡ мәктәбендә химия һәм биология фәндәрен уҡыта, Илгизәр – Мәсетле районының Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбен етәкләй.
– Мин Ләмәҙтамаҡ ауылында тыуып үҫтем. Буласаҡ ирем менән Өфө ҡалаһында таныштыҡ. Мин ул саҡта студентка инем. 2006 йылда өйләнештек. Иремдең тыуған ауылында өй һалып индек, – тип һөйләй Рәмзилә Илдар ҡыҙы.
Ғаилә башлығы мәктәп йылдарынан уҡ спорт менән мауыға. Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлап, районға эшкә ҡайта. Шунан бирле уҡыусыларҙы физик күнекмәләр һәм спортҡа йәлеп итә. 2015 йылдан – Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры.
Эше тығыҙ булыуына ҡарамаҫтан, Илгизәр Маннаф улы Һабанаҡ ауылында волейбол түңәрәген алып бара. Был ауыл йәштәренең дә күңеленә хуш килә. Бында барыһына ла шаттар: оҫта волейболсыларға ла, яңы уйнай башлаусыларға ла. Иң мөһиме – һәр береһен ваҡыттарын файҙалы үткәрергә өйрәтергә. Бындай күнекмәләр тренерҙың үҙенә лә тик файҙаға ғына, сөнки ул әүҙем ял итеү яҡлы.
Ғаиләлә өс бала үҫә. Балалар тәрбиәләгәндә, уларҙы эшһөйәр итеп үҫтереү – ата-әсәнең иң төп маҡсаты. Ғилметдиновтар һыйыр малын тота, ҡош-ҡорт ҡарай. Хужа менән хужабикәнең эш урындары күрше ауылда, шуға ла ҡыҙы һәм улдары – төп ярҙамсылары. Илгизәрҙең күршелә йәшәгән әсәһе лә ярҙам итеп тора. Ял көндәрен ғаилә бергә үткәрергә тырыша. Волейбол уйыны менән мауығалар, ауыл биләмәһендә һәм район эсендә үткән ярыштарҙан ситтә ҡалмай-ҙар. Сәйәхәт итергә яраталар, мәҙәни сараларҙа ла ҡатнашалар. Бергә эшләү һәм уртаҡ мауығыуҙар ғаиләне берләштерә һәм тағы ла нығыраҡ яҡынайта.