Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Күсмә редакция
7 Август 2020, 15:00

Барыһы ла ғаиләнән башлана

Ҡотош ауылынан Гөлназ һәм Фәнил Йәнтүриндар – уҡытыусылар.

Гөлназ Радик ҡыҙы әсәһе юлынан китеп, уҡытыусы һөнәрен һайлай. Мәсәғүт педагогия училищеһын тамамлап, Башҡорт дәүләт университетында белем ала. Уҡыуын тамамлағас, мәктәптә баш-ҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен алып бара. 20 йылдан ашыу район башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының методик берләшмәһе етәксеһе эшен дә алып бара. “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы”, “Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы” исемдәренә лайыҡ. Хаҡлы ялға сыҡһа ла педагогик эшмәкәрлеген дауам итә – өйҙә уҡыған балалар менән шөғөлләнә.
Фәнил Фәғил улы Өфө автотранспорт техникумын тамамлай. Оҙаҡ йылдар Нуриманов исемендәге колхозда механик булып эшләй. 2002 йылда Бөрө педагогия академияһын тамамлап, Ләмәҙтамаҡ мәктәбендә йәшәйеш хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре һәм технология дәрестәрен алып бара. Ул да бер нисә йыл технология фәне буйынса район методик берекмәһе менән етәкселек итә. Уның тәрбиәләнеүселәре район һәм республикала уҙғарылған уҡыусыларҙың производство бригадаһы конкурсында, олимпиадаларҙа, ер һөрөүселәр һәм механизаторҙар конкурстарында ҡатнашып, призлы урындар яулай.
Гөлназ Йәнтүрина – “Әхирәттәр” фольклор клубы ағзаһы. Улар халыҡ йолаларын һәм байрамдарын тергеҙеү буйынса әүҙем эш алып бара. Гөлназ Радик ҡыҙы йыш ҡына концерттарҙа алып барыусы булһа, ире йырҙары менән тамашасыларҙы ҡыуандыра.
Йәнтүриндар ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергән. Оло ҡыҙҙары ата-әсәһе юлын дауам итә – уҡытыусы һөнәрен һайлай.