Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Күсмә редакция
7 Август 2020, 14:00

Барыһы ла ғаиләнән башлана

Ғаилә – йәмғиәтебеҙҙең бәләкәй бер ойошмаһы. Бында беҙ тирә-яҡ донъя менән беренсе тапҡыр танышабыҙ, тәүге тәрбиә алабыҙ. Баланың артабан нисек үҫеп етеүе ата-әсәнең тәрбиәһенән килә. Тәрбиәләмә, ә өлгө күрһәт, тип юҡҡа әйтмәйҙәр.Ләмәҙтамаҡ ауыл биләмәһендә һоҡланырлыҡ һәм башҡаларға өлгө булырлыҡ ғаиләләр бик күп. Улар эшкә йөрөй, балалар тәрбиәләп, уларҙы хеҙмәткә өйрәтә, ауылдың йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша. Беҙ һеҙгә уларҙың бер нисәһе хаҡында һөйләп үтәбеҙ.

Ләмәҙтамаҡ ауылынан Иштуған Ғәүнетдинов һәм Гөлназ Денисова ике йыл элек өс баланы тәрбиәгә алалар. Ул ваҡытта Аннаға – һигеҙ, Тимурға – ун, Ангелинаға ун ике йәш була.
– Үҙебеҙҙең ҡыҙҙар ҙурайышып сығып китеп бөттөләр, – тип һөйләй ғаилә башлығы. – Өйҙә яңынан балалар тауышы сыҡҡас, күңелгә еңел булып ҡалды, йәшәү күңелле булып китте.
Балалар аҡыллы, эшһөйәр булып үҫәләр.
Ғаиләнең быйма баҫыу цехы ла бар. Мәсетле районы халҡы улар етештергән быйманы ҙур теләк менән алалар. Быйма баҫыу серҙәренә Иштуған йәшерәк саҡта өйрәнә. Оҙаҡ ҡына ваҡыт өйөндә баҫа. Бер нисә йыл элек яңы эш башлаған эшҡыуарҙарға ярҙам итеү маҡсатында булдырылған дәүләт программаһында ҡатнашырға булалар. Ғаиләгә үҙ цехтарын асыу өсөн аҡса бүленә.
– Миҙгеленә 10 тонна һарыҡ йөнөн эшкәртәбеҙ, – ти улар. – Сеймалды Мәсетле районы ауылдары буйлап йыйып сығабыҙ.
Бынан тыш, Ғәүнетдиновтар ғаиләһе йыл һайын ҡаҙ, өйрәк үҫтерә. Шуға ла ғаиләлә эш етәрлек. Балалар хужалыҡта ярҙам итә, ҡош-ҡорт ҡараша, йорт эштәрен башҡара. Быйма баҫыу эше менән дә ҡыҙыҡһыналар. Үҙ аллы ҡурсаҡтарға быйма баҫалар. Ҡыҫҡаһы, киләсәккә ышаныслы ярҙамсылар үҫә.